🏭 Башҡортостанда тәүге тапҡыр «Баҡыр» тау заводы цивилизацияһы фестивале үтә — 12 июля 2026 г. в 13:37:54.193
🏭 Башҡортостанда тәүге тапҡыр «Баҡыр» тау заводы цивилизацияһы фестивале үтә Фестиваль Ишембай районының Верхотор һәм Мәләүез районының Воскресенское ауылдарындағы элекке баҡыр иретеү заводтары майҙансыҡтарында бара. Бер-береһенән 13 км алыҫлыҡта урынлашҡан был ике объект – төбәктең сәнәғәт мираҫы менән танышырға теләүселәр өсөн яңы ҡыҙыҡлы урындар. – Башҡортостан тарихы – әлегә тиклем уҡылмаған китап. 300 йыл самаһы элек, 1745 йылда, Воскресенск заводында баҡыр иретелә башлай. Һәм төбәк биләмәһендә ошондай предприятиелар күп эшләгән – Верхотор, Тирлән, Преображенск, Благовещенск, Әүжән, Ҡағы заводтары, – тине Радий Хәбиров фестивалде асыу тантанаһында. 📌 Республика етәксеһе шулай уҡ Белорет районында элекке Тирлән заводы биләмәһен төҙөкләндерә башлаясаҡтары хаҡында иғлан итте.

