Бәләкәй ҡоймаҡтар (оладьи) бешереп алайыҡ әле. — 9 июля 2026 г. в 11:05:39.008
Бәләкәй ҡоймаҡтар (оладьи) бешереп алайыҡ әле. Ике йомортҡаны ярты балғалаҡ тоҙ, 3 балғалаҡ шәкәр менән туғыным. Ярты литр тирәһе кефир ҡуштым, кефирҙы һыуытҡыстан алдан алып ҡуйығыҙ. Әйткәндәй, кефирығыҙ үтә шыйыҡ булмаһын. Ҡамырға бер стакан он өҫтәп йәнә туғыным. Үәт, шунан һуң ғына ярты балғалаҡ сода ҡуштым. Төрлөсә бешереп ҡарағандан һуң, соданы аҙаҡтан һалыу ысулы оҡшап ҡалды. Ҡамыр шыйығыраҡ әле. Шуға йәнә бер стакан тирәһе он ҡуштым, бер ҡалаҡ көнбағыш майы ҡойҙом. Ҡаймаҡтан ҡуйыраҡ ҡамыр килеп сығырға тейеш, һуҙылып торған. Ҡамыр әҙер! Тик шунда уҡ бешерә башламайбыҙ. Ҡоймаҡ ҡамырын ярты сәғәткә тыныслыҡта ҡалдырабыҙ. Йәнә бер лайфхак ӘҘЕР ҠОЙМАҠ ҠАМЫРЫН ТУҠТАУҺЫҘ БУТАМАЙБЫҘ.Ҡамырҙы ситенән генә алып ҡоябыҙ табаға. Ней, табаны майламай бешерҙем. Әммә боронғо бер табам бар, үәт унда майлап бешерәм. Ныҡ тәмле килеп сыға! Аштарығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын! (Гөлназ Ишемғолова сәхифәһенән)

