Ике ижад кешеһенең бер ғаиләлә булыуының һис ниндәй ҙә кире яҡтарын күрмәйем, ә киреһен... — 10 июля 2026 г. в 06:03:17.026
Ике ижад кешеһенең бер ғаиләлә булыуының һис ниндәй ҙә кире яҡтарын күрмәйем, ә киреһенсә, беҙ һәр саҡ бер-беребеҙҙе аңлап, бер-беребеҙгә терәк-таяныс булып, татыу ғүмер итәбеҙ, ике ул үҫтерәбеҙ, Әлхәмдүллилаһи шөкөр. Тормош иптәшем Тимур Зиннур улы – прозаик, балалар өсөн ижад итә, шулай уҡ юморескалар ҙа яҙа. Ә минең күңелем күберәк шиғриәткә тартыла. Мин төндә ижад итһәм, ул таң мәлендә ҡәләмгә тотона. Иртәнсәк мин сәй әҙерләгәнсе, хәләл ефетем, кескәйҙәр өсөн хикәйә йә әкиәт яҙып та ҡуя, балаларҙы уятып, сәй эскән арала беҙгә уҡып ишеттерә. Улдарыбыҙ үҙҙәренең исемдәрен аталарының әҫәрҙәрендә ишетеп, эй ҡыуаналар инде. Дауамы: https://vatandash.ru/articles/literatura/2026-06-29/bi-b-ygel-r-atnashyu-izhadi-ofo-tar-y-ki-yt-g-m-z-r-hm-tullina-4737183

