Бәхәс. Хикәйә. Таңһылыу Ҡарасурина — 19 июля 2026 г. в 15:55:16.499
Бәхәс. Хикәйә. Таңһылыу Ҡарасурина Талашты ла киттеләр. Һин дә мин гәпләшеп күңелле генә итеп сәй эсеп ултырған ерҙән. Йөйһөҙ ерҙән йөй табып. Үҙҙәре генә булһа ярай ине лә күршеләре Вәлимә ингән ине һөт алырға. Олоғайғас, ҡарты үлеп, яңғыҙ ҡалғас, һыйырын бөтөрҙө Вәлимә әбей. Баҙар хаҡы менән күршеләренән етерлеген алып тора итен дә, һөт - майын да. Бөгөн дә бына "эсвижей" һөткә тип ингәйне, күршеләре сасрап талашып ята. Ни үтергә, ни боролоп сығып китергә белмәй тора ишек төбөндә ғәйепле кеше һымаҡ. - Ай әттә... Йә званитмәгәнмен алдан... Ҡуйығыҙ сәле... Ғөмөрө ҡыланмағанығыҙҙы ни... - Шул һөт өсөн талаш сығараһың! Һәр аҙымымды тикшереп! Мин һиңә һаман бер батсанкымы, эш мәнеһе белмәгән.? - Ҡойма борған һөттө калудаға, тип күпме әйтәм - сығара ла ауҙара! Ана, тауыҡтарың эсенә төшөп, әшәкеләп бөткән! - Ҡыҫылып ултырма ир башың менән бисәләр эшенә. Сөңкөлдәгән булып!! Мыжып! Бисәһөрәт! Зариф ҡарт эсер сәйен дә эсеп бөтмәй, сайпылта этеп ебәрҙе. - Ашты таш итеп йоттораһың, баҡшы бисә! - Йотма, тамағың туҡтыр! Бер туҫтаҡ ойтҡан һемереп алдың таң тишеге менән! Ҡаймаҡ туҡып! - Ы-ых һине.. Зариф ҡарт Вәлимә менән баш ҡағып иҫәнләште лә, үтергә ымланы. Үҙе өҫтәл артынан дөбөр - шатыр тороп сығып китте. - Нимә булып китте, нишләп талашаһығыҙ ул? Ғүмерҙә булмағанды ни. Олоғайғас... - Үт, үт, әхирәт, аптырама беҙгә. Бөгөн иртәнсәктән талағы ташып йөрөй, нимәгә көс төшөрөргә белмәй. Бөгөнгө абратты быҙауҙар эсеп сыҡһа, тип ҡойғайным. Көн һайын әйләнәң дә шул бер эш. Йыбанып кителә. - Йә мин иртәрәк инеп алмағанмын, бешереп, ойотор инем. - Эйе шул. Һөттө исраф итһәң, тере биреһе ҡуба. Ғәҙилә әбей сәй яңыртты. - Һыйыр һауғандағы алъяпҡысыңды сисмәй, тамаҡ ултыртаһың, тип башланы. Китте шунан теҙеп. - Мин аны йыуаш, ыспакуйна кеше күрһәм әле. - Итерһең йыуаш. Әллә нимәһенә көйөп йөрөй кисәнән бирле. Ризыҡты әхәздәйһең, ҡәҙерен белмәйһең, - тип айыу ҙа бүре булып килеп инде лә кәртәнән, кереште бупылдарға. Ғәҙилә нишләптер артҡа боролоп киткән алъяпҡысын сисеп алды ла көлөп ебәрҙе: - Алъяпҡысымды күп күрһәң, арт япҡыс иттем дә алдым, - тип артҡа әйләндереп ҡуйҙым. Бар, ең мине. - Бер ҙә тауыш - тынығыҙ ишетелмәгәс, улайтып талашаһығыҙҙыр, тип уйламайым да мин. - Йыйып - йыйып йөрөй - йөрөй ҙә шулайтып дыулап ала торған ғәҙәте бар аның. Мыжыҡ ҡына ул Зариф, ыуаҡ һүҙле. Үҙенә күрә түгел. Кем арҡаһында... Вәлимә Ғәҙиләне бүлдерҙе: - Ҡуй, тәрәнгә төшмә, икегеҙ ҙә шәп, һүҙ ҙә юҡ. - Иҫкә төшһә, йән көйә лә китә бит. Инде ярты ҡартайылған, ә ул һаман миңә эш өйрәтә. Бутта мин бер май бешмәгән бисә! Сығып бара әле ауыҙы һалбырап. Аһҡы ирененә эләгеп ҡолап ҡуймаһа ярар ине... Вәлимә күҙенән йәш сыҡҡансы көлдө өсе телле әхирәтенең был һүҙҙәренә. Оҙаҡ ултырҙы ике күрше, ике әхирәт әбей. Зариф ҡарт та, талаш та әллә ҡасан онотолдо. - Аһ -аһ, төш етеп килә түгелме? Ул тапҡансы ултырған, тигәндәй, алған һөтөм ойомаҫ борон ҡайтайым мин әй. Бесәйем килеп етер эҙләп. Зарифың юҡ та баһа һаман. Ғәҙилә үҙе лә аптырауға ҡалды. - Былайтып оҙаҡ йөрөмәй торғайнысы. Асыҡты инде быға тиклем. Ҡояш ҡалҡҡандағы ойтҡан менән йөрөй. Ҡайҙа икән? Ҡапҡа тышындағы эскәмйәгә ултырып, икәүләп көтә башланы былар Зариф ҡартты. Һөйләшкеһе лә килмәй Ғәҙиләнең, ҡайтырға тип уҡталған Вәлимәне лә: - Ултыра бир әле, ҡабаланып ҡайҙа бараһың? - тип ултыртып ҡуйҙы. - Көтөп торған кешең юҡ. Вәлимә был һүҙҙәрҙе күңеленә ауыр алды. - Аһ - аһ. Кит, улай тигән һүҙ буламы, Ғәҙилә? Көтөр кешем юҡ, тип, һинең күңелеңде күреп, Зарифың ҡайтҡансы ошонда ултырайыммы? Үҙе талап сығарып ебәрҙе лә... Ҡайтыр әле, ҡайҙа китер тиһең? Ғәҙилә әбейгә һөс! тинеләрме ни - ырғыны ла торҙо. - Ҡайтмаһа, һин индереп алырһың! Бото бер тин! Танһыҡ булһа, һиңә танһыҡтыр ир, ә миңә надайыл 55 йыл буйы! - Нимә һөйләйһең һин, әхирәт? Вәлимә әбей, эскәмйәнән тороп, рәшәткәгә тотондо. Күҙҙәрен дә, ауыҙын да асып, шаҡ ҡатты. - Беләм нимә һөйләгәнемде! Эй, Зарифың шәп тә инде, уй Зариф аҡыллы ла инде, тип ауыҙ һыуың ҡороно ғөмөр буйы. Күрҙеңме инде шәплеген? Үсең ҡанып торамы?

