- Ғәҙилә, тыйыл, тием, етәр, тием! Айырылмаҫ дуҫыңа онотолмаҫ һүҙ әйтмә, үкенерһең һуңы... — 19 июля 2026 г. в 15:55:16.738
- Ғәҙилә, тыйыл, тием, етәр, тием! Айырылмаҫ дуҫыңа онотолмаҫ һүҙ әйтмә, үкенерһең һуңынан. - Үҙәгемә үтте мыжыҡлығы. Һеҙ генә белмәйһегеҙ бер нәмә лә. Ғәҙилә илай башланы. - Ана, һинең кеүек бәхетле бисәләрҙең ирҙәре дауна үлеп бөттө! Шул маҡтаған Зарифығыҙҙан ҡалып, бер йыл йәшәһәм, үлһәм дә үкенмәҫ инем... - Тәүбә! Тәүбә! Әстәғи-и-и... Зариф һиңә ул тиклем үлемен һорарлыҡ ни эшләне һуң, Ғәҙилә? Кешенең үлемен теләгәнсе, үҙеңдең йөрөмөңдө теләһәңсе, әхирәт. Вәлимә ҡайтырға ыңғайланы. - Атта ла бар, тәртәлә лә тиһәләр ҙә, әхирәт, тәртәлә ғәйеп күберәк икән бында. Булғанға ҡотораһың. Аша һөйләшмә, көфөр булыр. Аш хурлама, ҡоҫторор, ир хурлама, боҫторор, тип бушҡа әйтмәгән боронғолар. - Һии, үҙеңә етмәгән аҡылың үҙеңдә ҡалһын, Вәлимә, йәме! Хәсрәт! Торған була аҡыл һатып! ир менән йәшәргә ҡалын ғына елкә кәрәк әле бында! Зарифы кеүек йыйып - йыйып йөрөгән икән был да. Серҙәш булып, әхирәт булып йәшәһәләр ҙә, күңелен ҡорт кимергән, Вәлимәне бәхетлегә һанаған. Вәлимә әбейҙең ауыртҡан ерен биш бармағының тырнаҡтары менән сапсыны Ғәҙилә. - Бәй, бәтәс, һинең Зарифың кеүек алтын ир менән йәшәү шипух ул! Ана минең Шәрифем кәрәк ине һиңә. Үәт, ҡалын елкәң кәрәк булыр ине Шәриф ҡулында булһаң. Туғыҙ йыл ауырыу ир тәрбиәләй алыр инең микән... - Ә һин Зариф менән йәшәргә хәлеңдән килер ине тиһеңме? - Нишләп килмәһен! Пүстәк! Вис эшен, һинекен дә, үҙе белеп эшләп тик йөрөй.! Һинең артың тирмән тарта Зариф арҡаһында. Мыжыҡ, имеш. Мыжыһын! Ундай ғына ғәйеп хан ҡыҙында ла бар.Уның мыжыуын йыр һымаҡ таңлар инем, Зариф кеүек ир эләкһә, эһем - эһем, тиер инем! Хәҙер Ғәҙиләнең күҙе лә, ауыҙы ла шар асыҡ. -Әә, шулай тиһеңме әле һин? - Шулай тием мин. Зәрә ашҡынып киттең, әҙәм танымай башланың. - Зариф шәп, мин эт инде, алай булғас? - Зариф шәп! Ә үҙеңде һин үҙең беләһең. - Һин тәүҙә йәшәп ҡара уның менән! -Нишләп йәшәмәй, ти. Йәшәйеем! Көн үҙәгендә, йәйге ҡояш ҡыҙыуы аҫтында ҡара ҡаршы баҫып, күҙмә - күҙ тексәйешеп торған ошо ике әбейҙең, ике ут күршенең, бала саҡтан бер ауылда ғүмер һөргән ике әхирәттең бер береһенә әсе - әсе һүҙҙәр әйтеп, донъя яңғыратып ҡысҡырышмай ғына, йылан шикелле ыҫылдашып ирешеп торалар, тип кем әйтһен? Сикәләре ҡыҙарып киткән, тирләгән майңлайҙарын әленән әле һөртөп алалар, яулыҡ аҫтынан сыҡҡан сәстәрен һыйпап, бармаҡтары менән кире эскә тығып ҡуялар. - Һы! Йәшә, улай булғас! Зарифтың холҡона сыҙап бер аҙна йәшәһәң, анау һауып эсеп йөрөгән һыйырымды бирәм! - Һи! Йәшәйем! Һыйырың минеке щитай! - Һы! - Һи! - Бәхәсме? - Бәхәс! Бәйге сапҡан ике йәш бейә лә улай ярһымаҫ! Башҡа баш терәп, ярылырҙай булып киңәйгән танау тишектәренән эҫе быу бөркөп, береһе лә алға сыҡмаҫын, типә - тиң барасаҡтарын белеп елә был икәү. - Ауыҙыңдағы һүҙеңә һин хужа, ауыҙыңдан сыҡҡанына мин хужа! Бәхәсме инде, Ғәҙилә? - Бәхәс, Вәлимә! Бер аҙнаға түҙһәң, ҡоба һыйыр һинеке! Миңә берәһе лә етә! Үҙең һауып эсерһең минән һоранып йөрөгәнсә! - Мин һоранмайым, һатып алам! - Әҙер һөтө һатып алыуы нимә ул? Битунщигын тотоп, текә - текә генә баһып килеп ингән була, кейенеп - яһанып. Зарифы ултырған була күҙе йызылдап... Мин йөрөйөм бөксәндәп иртә таңдан ятып киткәнсә. Ана ал һыйырҙы ла, ирҙе лә! Түлкә кире әпкилеп йөрөмә! Хаҡы - хаҡ ярым хаҡ, бот ярым борсаҡ! - Миңә дарым кәрәкмәй, аҡсаһын биреп алырмын. - Һы! - Һи!. - Бәхәс? - Бәхәс! - Дәә... Ҡәҙер бөткән икән, бер ҡарт һыйыр хаҡы ғына бирәләәр.... Һарай яғынан килеп, урам тышында ишетелгән сәйер тауыштарҙың айышына төшөнөр өсөн, шар асып ебәргән ҡапҡаны тиҙ генә кире ҡыҫып, ике әбейҙе баянан бирле күҙәтеп торған Зариф ҡарттың был һүҙҙәре аяҙ көндө күк гөрһөлдәп ебәргәндәй тойолдо әбейҙәргә. Терт итеп ҡалдылар ҙа, йығылып китмәҫ өсөн бер береһенә йәбештеләр. - Дәә. Мине һыртымдан һатып ебәрҙеңме, әбей? Ә һин, ҡорҙашбикә, арзан хаҡҡа һыйыр алып, ҡыуанып тораһыңмы? Үәт, әй... Үәт, әбейҙәр, исмаһам. Ғәҙилә менән Вәлимә үҙҙәрен ҡайҙа ҡуйырға белмәй ине был минутта. Ер тишеге булһа, икеһе берҙәй төшөп китерҙәр ине, биллаһи.

