🌳 Ленин паркында эштәр нисек бара? — 17 июля 2026 г. в 10:09:55.968
🌳 Ленин паркында эштәр нисек бара? Үҙгәртеп ҡороу эштәрен октябргә тамамларға иҫәп тоталар. Яңы объекттар булараҡ бында кафе һәм амфитеатр төҙөлә. Әле паркта инженер селтәрҙәре үткәрәләр, яҡтыртыу таяуҙары һәм яҡтыртҡыстар ҡуялар, брусчатка һәм таҡтанан юлдар һалалар. 🎡 16 июлдә республика Башлығы Радий Хәбиров эштәр барышы менән танышты һәм парктың мемориаль киңлектән халыҡсан паркка әйләнеүен билдәләне. – Бында ике ҙур балалар майҙансығы, саралар үткәреү өсөн амфитеатр, спорт зоналары барлыҡҡа киләсәк. Биләмәне тулыһынса яңыртабыҙ, кешеләр ҡасан да тыныс йөрөй алһын тип, заманса яҡтыртабыҙ, хәүефһеҙлек системаһы ҡуябыҙ. 📌 Иғтибарға лайыҡ тағы бер яңылыҡ – Зәки Вәлиди урамы яғынан тарихи арканы тергеҙеү. Мәҙәни мираҫ объекттары исемлегәнә индерелгән был арка тәбиғи таштан эшләнә. ⛲ Республика көнөндә осрашҡанға тиклем!

