🔥Бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кəримдең тыуған көнө.
🔥Бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кəримдең тыуған көнө. 💥Хөрмəтлəп иҫкə алайыҡ🍁 Мостай Кәрим миңә 5 йәш саҡта Мәҡсүт ауылына килде. Йылайыр районы. Атайым башланғыс мәктәптә уҡытыусы ине. Төшкә хәтлем 1-3, төштән hуң 2-4 кластарҙы уҡыта торғайны. Бәләкәй генə ауыл, бөтә мәктәп уҡыусыларын атайым класҡа йыйған. Ә мәктәп тигәнең үҙе бер бүлмә-кластан тора инде. Солан ғына общий, бер яғы мәктәп, икенсе яғында беҙ йәшәйбеҙ. "Йә, балалар. Ниндәй шиғырҙар беләhегеҙ?" - тип hopaны Мостай ағай. Зәйнулла (1- се класс) торҙо ла: "Ҡотор-ҡотор, ҡотор-ҡотор, Ҡотор-ҡотор комбайн. Эсеп бөтөр, бөтөр, бөтөр. Бөтөрмәhәң, алмайым!"- тип, үҙенең яратҡан шиғырындыр инде, уҡып ташланы. Мостай шундуҡ кеҫәhенэн блокнотын сығарып ниҙер яҙып ала hалды. Әллә 15-ләп йылдар үткәс, радионан ишетергә тура килде был шедеврҙы. Тик был шиғыр түгел, ә көйгә hалынған ЙЫР ине. Хатта кемдер профессионал, көслө оперный тауышы менән йырланы! Ышанмайhығыҙмы? Мин дә үҙ ҡолағыма үҙем ышанмай шаңкып ултырҙым бер килке. Бакһаң, "Ул ҡайтты" тигән операның трансляцияhы барған икән. Операның либреттоhын кем яҙған тип уйлайhығыҙ? Венер Моратов 2022 йыл, декабрь