Ҡара сәйнүк, мәтрүшкәле сәйҙәр,
Ҡара сәйнүк, мәтрүшкәле сәйҙәр, Төтөн еҫе һеңгән кейемгә. Яландарға сығып бер ултырыу Танһыҡ түгел икән һуң кемгә? Шифа ғына шишмә һыуҙарынан Айырыуса тәмле сәйҙәре. Ошо тәмдәр үтә һағындырып Тыуған яҡтарыма әйҙәне. Г. Ҡыуатова.
156 просмотров