ЙӘЛЛӘҮ ХАҠЫНДА...( Өр- яңы шиғыр) — 31 июля 2026 г. в 03:46:18.307
ЙӘЛЛӘҮ ХАҠЫНДА...( Өр- яңы шиғыр) Күҙегеҙҙә йәлләү күрҙем, Һеҙ мине йәлләмәгеҙ... Мин ниндәй хәлдә лә бөгөн, Һеҙ ниндәй хәлдәһегеҙ. Һеҙҙең йәлләүҙәргә мохтаж Булманым да бығаса, Бөгөн —тупһа, иртәгә —түр, Донъя бит ул ҡуласа. Мәңге тупһала ҡалһам да, Оят, тиеп буламы!? Ошо фани донъяларҙың Беҙ ни бары ҡунағы. Дөрөҫ йәшәлдеме икән Яҙмышты вата-ҡыра? Түрҙәр түгел, әллә ниңә Гүрҙәр ныҡ уйландыра... Алда Хөкөм көнө көтә, Алда — Сират күпере, Билдәһеҙ бит был күперҙе Кемдең нисек үтере. Мин ниндәй хәлдә булырмын — Уныһы ла билдәһеҙ. Йәлләйһегеҙме һеҙ мине? Йәлләгеҙ шул! Йәлләгеҙ... Зөлфиә Ханнанова.

