...Йәйге каникул башланып ҡына торған көндәрҙең береһендә ул, «матайына» атланып, синыф... — 20 августа 2026 г. в 17:03:48.349
...Йәйге каникул башланып ҡына торған көндәрҙең береһендә ул, «матайына» атланып, синыфташын күрергә тип, Рәмиләнең ауылына елдерҙе. – Күлебеҙгә аҡҡоштар ҡайтҡан! – тип ҡыуанып ҡаршы алды уны ҡыҙ. – Барып ҡарап киләйек әле! – Нисек инде – ҡайтҡандар? – тип аптыраны Сәлим. – Ҡасан да булһа аҡҡоштарҙың был яҡтарҙа йәйләгәне бармы һуң? Һәр хәлдә, минең уларҙы бер ҡасан да күргәнем юҡ. Егеттең һорауын ишетмәгәндәй: – Иртәнсәк балыҡ ҡармаҡларға барғанында атайым аҡҡоштарҙы үҙ күҙҙәре менән күргән! – тип үҙенекен тылҡыны ҡыҙ. – Беҙ ҙә уларҙы йәһәтерәк барып ҡарап киләйек! Ауылдан ике саҡырым самаһы алыҫлыҡтағы ҡайынлыҡ араһында йәйрәп ятҡан тымыҡ күлгә «һә» тигәнсе барып та еттеләр. Ярҙа байтаҡ халыҡ йыйылғайны. Мөғжизәле ҡоштарҙы тамаша ҡылырға бала-саға ғына түгел, өлкәндәр ҙә килгән. Түңәрәк күл уртаһында, парлашып, оҙон муйынлы, иҫ китмәле наҙлы ап-аҡ ҡоштар йөҙөп йөрөй ине. – Барлығы ете пар! – тип иҫәпләп өлгөрҙө Сәлим. – Элек аҡҡоштар, күлебеҙҙе йәмләп, бында йыл һайын йәйләй торғайнылар, – тип һөйләй башланы ошо ауылда тыуып үҫкән башланғыс синыф уҡытыусыһы Ғәлиә апай. Әйткәндәй, Рәмиләне лә башлап уҡыу-яҙыуға, иҫәп-хисапҡа тап шул алсаҡ йөҙлө, яғымлы тауышлы апай өйрәткәйне. – Ун биш йыл элек бер йәнһеҙ әҙәм илаһи ҡоштарға һунар асҡан – икәүен үлтергән, бер нисәүен йәрәхәтләгән. Нисек ҡулы барғандыр! Шул замандан алып аҡҡоштар беҙҙең төбәктә туҡтамаҫ булды. Ярҙағыларҙың үҙен йотлоғоп тыңлауҙарын күреп, уҡытыусы һүҙен артабан дауам итте. – Аҡҡоштар – иң тоғро йән эйәләре. Улар бер ваҡытта ла бер-береһенә хыянат ҡылмайҙар, бер-береһен ташламайҙар. Бәләкәй сағымда быға үҙемдең дә шаһит булғаным бар. Ярға ныҡ яҡынлашҡан аҡҡоштарҙың береһенең өҫтөнә бәләкәй генә иҫәүән көсөк һикергәнен күрҙем. Үҙенән күпкә ҙур ҡоштоң ҡанатына йәбеште көсөк. Өҙгөләй, талай башланы. Аҡҡоштоң икенсеһе, бар көсөнә ҡанаттарын елпеп, көсөктө ҡыуып ебәрҙе – йән һөйгәнен дошмандан ҡурсалап алып ҡалды. Ҡурсалауын ҡурсаланы, әммә уның йәренең ҡанаты йәрәхәтләнеп өлгөргәйне инде. Яйлап ҡына ярҙан алыҫҡараҡ йөҙөп китте улар. Көҙгә тиклем күл уртаһында ғына йөрөнөләр. Көндәр һалҡынайғандан-һалҡынайҙы. Күл өҫтө яйлап ҡына боҙ менән ҡапланды. Бүтән ҡоштар, туп-туп булып, йылы яҡҡа осоп китеп бөттө. Был икәү, томшоҡтарын бер-береһенә терәп, туңып өлгөрмәгән бәләкәй генә ҡойо рәүешендәге һыуҙа ултыра бирҙе. Бына ниндәй була аҡҡош мөхәббәте, аҡҡош тоғролоғо! Өшөп кенә үлерҙәр инде, харап ҡына булырҙар инде, тип көйәләндек беҙ – ҡыҙ-ҡырҡын... – Ғәлиә апай шымып ҡалды. Яр буйында ғәжәйеп тынлыҡ урынлашты. Гүйә, һәр кем ҡазаға тарыған пар аҡҡоштарҙың әрнеү-ғазаптарын үҙ йөрәге аша үткәрә ине... – Шунда туңып, әрәм булдылармы аҡҡоштар? – тип һораны Рәмилә. Уның күҙҙәренән сөбөрләп йәштәр аға ине. – Тыныслан, аҡыллым, – тине уҡытыусы, ҡыҙҙың башынан һыйпап. – Хикәйәттең дауамы ла бар әле. Беҙ, бала-саға, көн һайын боҙ ҡамауында ҡалған аҡҡоштарҙы ҡарарға барабыҙ, боҙ ситенә ем һибәбеҙ. Бер иртәлә аҡҡоштар зым-зыя юҡ булды ла ҡуйҙылар. «Бисараҡайҙарҙы төлкө-фәлән урлап ҡастымы икән әллә?» – тип фараз ҡылабыҙ. Ҡайғырышабыҙ, һыҡташабыҙ. Баҡтиһәң, Йәрмөхәмәт исемле бабай, ҡоштарҙы нисектер әүрәтеп, үҙ ихатаһына алып ҡайтҡан икән. Ике һуғышта: йәш кенә сағында – Беренсе бөтә донъя һуғышында, урта йәшкә еткәс – Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ул. Һөйгәне Гөлъямал егетте, тәүге һуғышҡа оҙатып ҡалып, көтөп алған. Өйләнешеп, бик татыу йәшәгән улар. Береһенән-береһе матурыраҡ, береһенән-береһе батырыраҡ дүрт ул тәрбиәләп үҫтергәндәр. Бөйөк Ватан һуғышына Йәрмөхәмәт улдары менән бергә киткән. Улдары яу яландарында баш һалған. Ауылға, һыңар ҡулын юғалтып, атай кеше генә әйләнеп ҡайтҡан. Йәрмөхәмәт бабай менән Гөлъямал әбейҙең, тормош ауырлыҡтарына бирешмәйенсә, татыу ғүмер итеүҙәренә әле булһа барса кеше һоҡлана. Улар хаҡында: «Пар аҡҡоштар кеүек!» – тиҙәр. Шул Йәрмөхәмәт бабай менән Гөлъямал әбей аҡҡоштарҙы үҙҙәренең ҡаҙҙары ҡышлаған йылы һарайға япҡан. Хужалар ҡоштарҙы ашатып-эсереп кенә ҡалмаған, яралыһының ҡанаттарын үҙҙәре белгәнсә дауалаған да. Көндәр

