Сәлимде, гүйә, боҙло һыу менән ҡойондорҙолармы ни! Табипты тыңлап бөтөр-бөтмәҫ, ярһып, ... — 20 августа 2026 г. в 17:03:48.859
Сәлимде, гүйә, боҙло һыу менән ҡойондорҙолармы ни! Табипты тыңлап бөтөр-бөтмәҫ, ярһып, урамға ынтылды ул. Машинаһына кереп ултырҙы. Уны ҡабыҙа алмай бер булды. Ғәҙәттә, тыңлаусан «ҡорос аты» был юлы теләр-теләмәҫ кенә урынынан ҡуҙғалды. Күңеленән кисә иртәнсәк аш бүлмәһендә ишеткәндәрен барланы Сәлим. Бына ни өсөн Рәмиләһе үҙен шулай сәйер тотҡан! Ҡатыны уның менән хушлашып маташҡан килеп сыға түгелме һуң? Уй-хис тулҡыны уны тағы үҫмер саҡтарына, Рәмиләһе менән тәүләп пар аҡҡоштарҙы күҙәткән көнгә алып китте. Ул үҙе шул көндә, Ғәлиә апайҙы аптыратып: – Һандуғастар һайрай, сәпсектәр сутылдаша, ҡарғалар ҡарҡылдаша, ә ниңә аҡҡоштарҙың өнө-тыны сыҡмай? – тип ҡыҙыҡһынғайны. – Аҡҡоштар – үҙ бәҫен белгән илаһи йән эйәләре, – тип аңлатып биргәйне уҡытыусы уға. – Улар шатлыҡтарҙан башы әйләнмәгән, ҡайғыларҙан бөгөлөп төшмәгән төплө аҡыллы, ғорур кешеләргә оҡшаған. Шулай ҙа үҙ ғүмерендә бер тапҡыр – фани донъя менән хушлашыр мәлдәре килеп еткәс, үтә моңло, үтә һағышлы тауыш сығара аҡҡоштар. Шул ауазды халыҡ әүәл-әүәлдән «аҡҡош йыры» тип атай... Кисә Рәмиләһе, яралы аҡҡоштай, һыңарына һуңғы йырын йырлаған бит!.. Юҡ! Сәлим Сорғот табиптары менән һис килешмәй һәм килешмәйәсәк тә! Иң ҡәҙерле кешеһен үлем тырнағынан ҡотҡарып алып ҡалыу өсөн мөмкин булғандың бөтәһен дә эшләйәсәк ул! Хәләлен Мәскәүҙәге, кәрәк булһа, ундағы ғына түгел – хатта сит илдәрҙәге табиптарға ла алып барып күрһәтәсәк! Тик тиҙерәк өйгә ҡайтып етергә, һөйгәнен ҡосағына алырға, тынысландырырға кәрәк! Уйҙары шул тәңгәлгә еткәс, ҡапыл һул яҡтан күкрәген ныҡ итеп ҙур ҡыпһыуыр ҡыҫып алғандай тойолдо. Тыны ҡыҫылды. Рулдән ысҡынған ҡулдары һәленеп төштө. Машина юл ситенә тәкмәсләне... ...Хәленең көндән-көн мөшкөлләнеүен аңлаһа ла, Рәмилә быны иренә белдермәҫкә тырышты. Ныҡ ауыртынғанында табип кәңәш иткән дарыуҙарҙы йотто. Сәлим өйҙә юҡта күберәге ятып ҡына торҙо. Мейеһен: «Минһеҙ Сәлим нисек кенә йәшәр икән?» – тигән хафалы уй бырауланы. Кисә эшенә оҙатҡанда, түҙә алмайынса, сәбәбен аңлатмайынса ғына, уға күңелен асып һалды-һалыуын. Тик бөгөн нишләптер оҙаҡлаңҡырай ире. Рәмилә, аш-һыуын өҫтәлгә теҙеп, тәҙрәнән күҙҙәрен алмай көттө уны. Көтөп арығас, йомшаҡ креслоға ултырып, ял итеп алырға булды. Шул ултырыуынан торманы. Йоҡлап китте лә, бүтән күҙҙәрен асманы. ...Пар аҡҡоштарҙай мөхәббәтле ғүмер кисергән, фани донъя менән дә бер үк көндә хушлашҡан ир менән ҡатынды балалары йәнәш ерләне. Ҡәберҙәрен дөйөм кәртә менән ураттылар. Ике һәйкәл араһына томшоҡтарын бер-береһенә терәп ҡатып ҡалған пар аҡҡош һынын урынлаштырҙылар.

