Көтөү... — 17 августа 2026 г. в 05:44:02.096
Көтөү... Кеше һәр саҡ көтә... Бына тиҙҙән Мөмкинлектәр тип, асылыр... Ниҙер булыр - мин дә үҙгәрермен, Бушҡа ярһыуҙарым баҫылыр... Кеше өмөтләнә... Бына бер көн Бөтә ҡаршылыҡтар юғалыр, Дәрәжәм дә артыр, дәрт тә килер, Торғонлоҡтоң боҙо ҡуҙғалыр... Кеше көтә... Килер бер саҡ, тиеп, Аҡса тулы булыр кеҫәлә. Шул ваҡытта яңы өй һалырмын, Хатта диңгеҙ булмаҫ мәсьәлә... Кеше сабыр итә, әҙерләнә, Шул көн килгәс, йоҡлап ятмаҫҡа.... Аңламай шул, ул көн - бөгөн ине... Үтте инде, кире ҡайтмаҫҡа... /Сәкинә Тотманова/

