🤝Әҙерләүе лә, иҫтә ҡалдырыуы ла еңел. Тәмле лә! — 16 августа 2026 г. в 06:05:04.843
🤝Әҙерләүе лә, иҫтә ҡалдырыуы ла еңел. Тәмле лә! 1️⃣Өс йомортҡаны яҡшы итеп туғып, 2️⃣12 ҡалаҡ шәкәр өҫтәгеҙ ҙә блендер менән ике минут самаһы күпертеп алығыҙ. 3️⃣Ошо массаға 12 ҡалаҡ һөт, 4️⃣12 ҡалаҡ көнбағыш майы, 5️⃣ярты лимондың һутын өҫтәп, тағы блендер менән туғығыҙ. 6️⃣ Артабан 12 ҡалаҡ (өймәләм булһын) он, 7️⃣ бер ҡап ҡамыр ҡабартҡыс өҫтәп туғырға. 8️⃣Йөҙөм емештәре ҡушып ебәрһәгеҙ ҙә була. 🔸Майланған табаға һалып, 180-200 градусҡа тиклем эҫетелгән мейестә 20-25 минут самаһы бешереп алығыҙ. 🌻 Әгәр ҙурыраҡ табын өсөн әҙерләргә кәрәкһә, һәр ингредиентты ике йәки өс тапҡыр күберәк алырға кәрәк. 🏵️Ялдарығыҙ матур үтһен, дуҫтар!🤲

