Юлһыҙ ерҙән тәрән ҡар йырып, ныҡ ҡабаланып килеп манма тиргә батҡан Сәмиғулла ихатаһынд...
Юлһыҙ ерҙән тәрән ҡар йырып, ныҡ ҡабаланып килеп манма тиргә батҡан Сәмиғулла ихатаһында моңһоҙ ғына бесән кертелдәтеп торған Турыһын күрергә өмөтләнеп, ҡапҡаны асты... Әммә ат юҡ ине. Ихата эсендәге келән ҡар өҫтөнән хатта сысҡан да юрғалап уҙырға өлгөрмәгән. Ҡураһы әллә ҡасандан кеше йәшәмәгән ташландыҡ донъяға оҡшап тора. Сәмиғулланың йөрәге жыу итеп ҡалды. Йүгереп тигәндәй, мал ояһына барып инде. Үлем ғазабынан күҙҙәре шар булып асылып, теле һәленеп төшкән йәнһеҙ тананы күреп, уның ҡото осто. Ир бәлтерәп төштө. Бөтөнләй ебеп-ҡаушап ҡалһа ла, кәнсәләргә барып, хәлде һөйләп бирерлек көс таба алды Сәмиғулла. Бригадир шунда уҡ кешеләрҙе күтәрҙе, милицияға хәбәр итте. Күп тә үтмәҫтән, ҙур булмаған ауыл умарта ише ҡайнарға тотондо. Яҫы саңғылар таҡҡан өс һунарсы өҫтәренә барып сыҡҡанда ҡорһағына ятҡан туры алашаның һырынты аҫтынан башы ғына күренеп тора ине. Ауылға етергә ярты саҡрым ер ҡалған булған! Ә сана ҡайҙа? Сөйөмбикә егеүле атта сығып киткән тигәйнеләр бит. Ни уйларға, эште ниҙән башларға белмәй, аптырашып торғанда, һунарсылар ҡолағына, ер аҫтынан ишетелгәндәй, бала илаған тауыш салынып ҡалды. Ирҙәр, һиҫкәнеп, бер-береһенә ҡарашты, барыһын да һүҙһеҙ аңлап, ҡайһыһы саңғы осо, ҡайһыһы ҡулы менән һылашып ҡатҡан ҡарҙы аҡтарырға тотондо. Күп тә үтмәҫтән, ирҙәрҙең береһе быуылып илаған сабыйҙы ҡулына алды. Сабыйға бер ни ҙә булмаған. Ҡар ҡатламы аҫтында ул һыуыҡҡа бирешмәгән. Ә әсәһе. Сөйөмбикәнең аяҡ-ҡулы боҙ булып ҡатҡан, ә ҡуйыны әле йылы килеш. Ғәжәп! Әсә тәненең бар йылыһы, сабый ғүмерен ҡурсалап ҡалыр өсөн, бер урынға – уның ҡуйынына йыйылғанмы әллә? Әсәй үҙе өшөп һәләк булһа ла, уның йөрәге, аңы аҡтыҡ һулышына ҡәҙәр бала ғүмере өсөн көрәшкән. Көрәшкән һәм еңеп сыҡҡан: ун айлыҡ ҡыҙ мөғжизә менән тере ҡалған. Сөйөмбикәнең шаҡырайып туңған кәүҙәһен һунарсылар артынса ауылдан килеп еткән трактор санаһына һалып алып ҡайттылар. Атай ҡулын һиҙеп, тынысланырға өлгөргән ҡыҙын ҡосаҡлаған Сәмиғулла, аңҡы-тиңке булып, алышыныр хәлгә ҡалып, кабинала ултыра. Соҡорло урында ҡапыл һелкенеүҙән уның кәпәсе осоп төштө. Тракторсы аптырауҙан ауыҙын асып, Сәмиғуллаға текәлде. Ирҙең кисә генә дегет ише йылҡылдап торған ҡара сәстәре әле килеп ап-аҡ ине. Сөйөмбикәнең ғүмерен ҡыйған ҡырау Сәмиғулланың башына ғына ҡағылып уҙҙы. Иҙрис НОҒОМАНОВ.