Әсәйем ҡомалаҡ йыя — 25 августа 2026 г. в 02:56:55.993
Әсәйем ҡомалаҡ йыя Дим туғайында. Баланын да өҙөп һала Юл ыңғайында. Алъяпҡысы тулған һайын Бушата тоҡҡа. Мин дә ағас башындамын- килмәнем юҡҡа. Күпереп торған ҡомалаҡты, Алмайса ҡалмам! Үрелеп һабаҡтарынан Тотамын ялмап. Ҡапыл аяғым ысҡынып, Төшәмен осоп. Әсәйем тора түбәндә Алырға ҡосоп. Һағынамын ошо мәлде, Төшә гел иҫкә. Ҡомалаҡтан туғай тулғас, Тәмле хуш еҫкә. Фәйрүзә Абдулова.

