🔔Хөрмәтле уҡытыусылар, уҡыусылар һəм ата- əсəлəр! Белем көнө – яңы уҡыу йылы башланыу ... — 1 сентября 2026 г. в 05:12:48.352
🔔Хөрмәтле уҡытыусылар, уҡыусылар һəм ата- əсəлəр! Белем көнө – яңы уҡыу йылы башланыу менән ихлас күңелдəн ҡотлайбыҙ! 📚Белем көнө - Тыуған илебеҙҙə бөтə халыҡ байрамы, сөнки оло тормошҡа аяҡ баҫырға əҙерлек тəүге ҡыңғырау сыңлауынан башлана.Тəүге тапҡыр мəктəпкə барған уҡыусылар өсөн был бигерəк тə ашҡынып көтөп алынған көн. Беренсе ҡыңғырау, беренсе уҡытыусы, тəүге хəрефтəр... Был көн бала саҡ хәтирәһе булып, һәр беребеҙҙең күңел түрендә һаҡлана. 🏫Яңы уҡыу йылы мауыҡтырғыс дәрестәргә, юғары һөҙөмтəлəргə һәм яңы асыштарға бай булһын! 🌺🌺🌺Барығыҙға ла ижади уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, ғаилə именлеге телəйбеҙ.

