Ҡәһәрле «Күлвәрәш»
Ҡәһәрле «Күлвәрәш» Рәсәйҙә йыл һайын 30 октябрҙә сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алыу көнө билдәләнә – был дата 1991 йылда РСФСР Юғары Советы ҡарары менән рәсми рәүештә булдырылды. Ҡара афәт Башҡортостанды ла урап үтмәне: 1930 йылдан 1953 йылға тиклем республикала 50 меңдән ашыу кеше репрессияға дусар булған. Улар араһында – нигеҙһеҙ ғәйепләнгән дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, мәҙәниәт, фән, ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре, дин әһелдәре һәм ябай халыҡ. Сәйәси золом һөрөмө барлыҡ милләт вәкилдәренә лә ҡағылды һәм төбәк тарихында тәрән эҙ ҡалдырҙы. Журнал уҡыусылар иғтибарына бер ғаилә тарихын тәҡдим итәбеҙ. https://vatandash.ru/articles/istoriya/2026-10-21/rle-k-lv-r-sh-4850711