🔥Ырымбур ҡалаһында Каруанһарай асылыуға 180 йыл. — 30 августа 2026 г. в 09:19:54.872
🔥Ырымбур ҡалаһында Каруанһарай асылыуға 180 йыл. 💥Каруанһарай – XVIII быуаттың тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы. Генерал-губернатор В.А. Перовский тәҡдиме менән 1837 йылда төҙөлә башлаған һәм рəсми рəүештə 1846 йылдың 30 авгусында (император Николай I тыуған көнөнә бағышлап) асыла. 🌻Бинаны төҙөү өсөн аҡсаның күп өлөшө (804 мең һум тирәһе) башҡорт халҡынан йыйылған.Төҙөлөштә башлыса башҡорттар үҙҙәре ҡатнашҡан. 📝1921—1936 йылдарҙа Каруанһарай йортонда Ырымбур башҡорт педагогия техникумы эшләй. Уҡыу йортон билдəле яҙыусылар З.Биишева, Б.Бикбай, С.Агиш һəм республиканың халыҡ мəғарифы комиссары С.Əлибаев тамамлай. 💥 Каруанһарайҙың мəшһүр бинаһы гүзəллеге, архитектураһының үҙенсəлеге, Шəреҡ һəм Европа стиле бер бөтөндө тəшкил итеүе менəн əле лə һəр кемде һоҡландыра. ✨1960 йылдан Каруанһарай, архитектура ҡомартҡыһы булараҡ, дəүлəт тарафынан ҡурсалана. Мəсете һəм ере менəн бергə, Рəсəй Федерацияһы билəмəлəрендəге Башҡортостан Республикаһы милке булып тора.

