ИЛ ТОЙҒОҺО
ИЛ ТОЙҒОҺО Рəми Ғарипов Ил тойғоһо иргә миҙал түгел — Муйынына тағып йөрөргә. Ил тойғоһо ирҙең намыҫында, Йөрәгендә йөрөй гел бергә. Тәнемдәге һәр бер күҙәнәгем Ил тойғоһо менән тулғанда, Тамаҡ ярып ниңә ҡысҡырырға, Ниңә миңә миҙал, туғандар? Ил тойғоһо – бар тормошом минең, Тын алышым, йөрәк тибешем, Ул ғазабым, ул хазинам минең... Һәм иҫбатлар уны тик эшем. 1967