Билмəн бешереү серҙəре
Билмəн бешереү серҙəре "Иң мөһиме- туң билмəнде ҡайнап торған һыуға һалмайбыҙ!"- тип аңлата аш- һыу оҫталары. 1️⃣Билмəндəрҙе бешереү өсөн кəстрүлгə һыу ҡайнатырға ҡуябыҙ. 2️⃣Һыу 60-70 градус ҡайнарлыҡҡа етеү менəн, билмəндəрҙе һыуға төшөрəбеҙ. Кəрəгенсə тоҙ, 1 ҡалаҡ тирəһе көнбағыш майы һалабыҙ. 3️⃣Һыуы ҡайнап сығыу менəн, кəстрүлгə ярты стакан тирəһе һыуыҡ һыу өҫтəйбеҙ. 4️⃣Һыуы ҡайнап сыҡҡас, тағы ярты стакан тирəһе һыу өҫтəйбеҙ. Бешереүҙе дауам итəбеҙ. 5️⃣Өсөнсө тапҡыр ҡайнап сығып, һыуыҡ һыу өҫтəгəс, ҡайнап сыҡҡанын көтəбеҙ ҙə, кəстрүлде уттан алабыҙ. Ə шулай ҙа алдан бер билмəнде алып, ашап ҡарағыҙ, бештеме икəн? 🤝 Үҙ формаһын һаҡлаған тəмле билмəндəр əҙер. Табынға үҙегеҙ яратҡан тəмлəткестəр менəн бирегеҙ. Аш- һыу оҫтаһы Зарифа апайығыҙ.