“Һаумы, Флүзә! Оҙаҡ ҡына уйланып йөрөгәндән һуң барыбер ҙә уй-тойғоларымды һиңә еткереү...
“Һаумы, Флүзә! Оҙаҡ ҡына уйланып йөрөгәндән һуң барыбер ҙә уй-тойғоларымды һиңә еткереүҙе кәрәкле һананым. Мине ғәфү ит. Был – тәүге һәм һуңғы хат. Мин Себер яҡтарына юлланам. Унда Фирғәт ағайым янына эшкә урынлашам. Аҙаҡ әсәйҙе лә үҙебеҙгә күсереп алырбыҙ. Туйыңа саҡырыуыңа рәхмәт. Тик мин унда бара алмайым. Бәхетле бул. Яратам бит мин һине, Флүзә! Тик һин минең туғаным булып сыҡтың... Миңә һине яратырға ярамай ине...” Йөҙө ҡағыҙ һымаҡ ағарған ҡыҙ, бер нөктәгә текәлеп, әкрен генә ҡапҡа бағанаһына һөйәлде. – Уй-й-й, Фәрит ағайым... ...Ҡайһы аралалыр сыҡҡан көслө ел хатты Флүзәнең ҡулынан тартып алды ла осортоп алып китте. Ҡасим артына әйләнеп ҡараны. Хат ел ыңғайына зыярат яғына оса ине. Фәнүзә БИКТИМЕРОВА.