Ҡараңғы төштө. Дуҫы үҙе янында ҡыуышта ҡалырға өгөтләһә лә, Фәрит юлға сыҡты. Ул ауылға...
Ҡараңғы төштө. Дуҫы үҙе янында ҡыуышта ҡалырға өгөтләһә лә, Фәрит юлға сыҡты. Ул ауылға урау юлдан ҡайтманы, тау аша туранан ынтылды. Тауға менеп еттем тигәндә генә ҡаршыға бесән тейәгән йөк машинаһы килеп сыҡты. Был көн буйы кешеләргә бесән ташып, эсеп-иҫереп ҡайтып барған амбал Әхәт ине. Машинанан килгән көслө яҡтылыҡҡа күҙҙәре сағылған Фәрит, әлбиттә, уны таный алманы. Ә Әхәт йәшел төҫтәге “Москвич”ты бик тиҙ аңғарҙы. Лыҡа иҫереп ҡайтып барһа ла, ҡапҡа төбөндәге ваҡиғаны иҫенә төшөрҙө. Яңаҡтары өр-яңынан сатнап киткәндәй тойолдо. Асыуы шул тиклем ҡайнаны, муйын тамырҙарына килеп тығылған ҡандан хатта тыны ҡыҫылды... “Ну, ты, герой... Давай, кто кого... Бында һинең ҡапҡаң алды юҡ...” Фәрит уға юл бирҙе, уңға ҡайырылды. Ул ситкә боролған һайын, Әхәт машинаһын ажғыртып, уға табан боролдо, өҫтөнә ынтылды. Юл бирә-бирә “Москвич” текә ярҙың ҡырына килеп етте. Машинаның ажғырып килеп уға тағы бер тапҡыр бәрелеүе булды, юлында осраған таштарға бәрелә-ҡаҡлыға аҫҡа тәгәрәне... Был ҡот осҡос хәл барыһын да шаңҡытты. Фәритте бөтә ауыл һуңғы юлға оҙатты. – Ул үҙе лә иҫерек ине, – тип аҡланып маташҡан Әхәтте ҡулға алдылар. Ул һаман да айнығып етмәгәйне. Көтөлмәгән ҡайғынан аяғынан йығылған Сәлимә еңгәйҙе өлкән улы Себергә алып ҡайтты. Әлегә донъяға күҙ-ҡолаҡ булып тороу Ҡасимға ҡалды. Дуҫын ҡапыл ғына юғалтыу ҡайғыһынан Ҡасим бер ни тиклем шаңҡып-ҡатып йөрөнө. Бөтә булып уҙған ваҡиға, бер ҡараһаң – өн, бер ҡараһаң, төш һымаҡ булып күренде. Барыһы ла таралышып, Сәлимә еңгәйҙе Себергә оҙатҡас, дуҫының өйөндә бер яңғыҙы ҡалды. Оло өйҙөң иң түрендә дуҫының эленеп торған һалдат кейемен күргәс, йөрәген тотоп, “лып” итеп ултырғысҡа ултырҙы. Ике тәҙрә араһына ҡуйылған ҙурайтылған фотонан хәрби кейемдәге дуҫы йылмайып ҡарай. “Их, друг, друг! Ниндәй “ҡыҙыу нөктә”ләрҙә дошман пуляһы һине ала алманы, ә амбал Әхәт ғүмереңде ҡыйҙы...” Ҡасим, өҫтәлгә башын һалып, үкһеп-үкһеп иланы. Күҙ алдына дуҫы менән бергә үткәргән бала сағы килеп баҫты. Бәләкәй саҡтан дуҫ булды улар, бер ҡасан да айырылманылар. Ҡайһы саҡта үҙ-ара һыйыша алмай зыҡ ҡубырҙар ине. Унан һуң инде көрмәкләшеүҙәр башлана. Бер-береһенә ысҡынмаҫтан сат йәбешеп алалар ҙа аяҡ салып ергә ҡолатыуҙар китә. Еңелгәне, һөрән һуғып, зар илап өйөнә ҡайтып китә. Еңгәне, яуҙа еңгән батыр ҡиәфәтендә, теш араһынан ергә “серт” төкөрөп, бөйөрҙәренә таяна ла өндәшмәй ҡарап ҡала. Икеһенә лә биш йәштәр тирәһе булғандыр. Сәлимә еңгәй ҡаланан уларға бер иштән һап-һары төҫтә сандалыйҙар алып ҡайтты. Сандалыйҙарҙы кейеп алғас, йорт тирәләй улай-былай йүгерештеләр ҙә Ҡарайылғаға табан саптылар. Бик оҙаҡ ҡына йылғаның иң тәрән урынын һайланылар. Ярҙан тороп, йыйған таштарын һыуға кәйелтә башланылар. Кем алыҫыраҡ ырғыта, йәнәһе. Ярыш ҡыҙғандан-ҡыҙҙы, тик бына Ҡасимдың йыйған таштары бөтөп ҡуйҙы. Тирә-яғына алан-йолан ҡаранып та таш таба алмағас, Ҡасим бер сандалыйын сисеп алды ла һыуға кәйелтеп ебәрҙе. Фәриттең дә еңелергә уйы юҡ ине. Уның да һыңар сандалыйы таш урынына һыуға осто. Ҡалған сандалыйҙарға ла һыуҙа урын табылды. Өйгә йүгереп ҡайта һалдылар ҙа “һә” тигәнсе Фәриттең әсәһенең алдына ялан аяҡ килеп баҫтылар. Фәрит бик үкенгән ҡиәфәттә: – Аҡты... – тине лә әсәһенә ҡараны. – Нимә аҡты?! Сәлимә еңгәнең ҡото алынды. – Ошо аҡты... Фәрит, ҡурҡыуҙанмы, сандалыйҙың исемен онотто ла аяҡ бармаҡтарын ҡыбырлатты. Ул арала телдәр Ҡасим дуҫына ярҙамға ашыҡты. – Беҙ сандалыйҙарҙы ош-шо-лайты-ы-ып тороп һыуға бырғатып ебәрҙек! Ҡулдарын һелтәп-һелтәп ғәйрәтләнеп һөйләгән Ҡасимға ҡарап, Сәлимә еңгәй ни көлөргә, ни көйөргә белмәне. Ҡасимдың уйҙарын йорт алдына килеп туҡтаған машина тауышы бүлде. Был Флүзә ине. Күп илауҙан күҙҙәре ҡыҙарған ҡыҙ Ҡасимды күреү менән барыһын да аңланы. “Ысын икән...” Ҡасим кеҫәһенән Фәриттең хатын алды ла ҡыҙға һондо. Үҙе, күңеле тулып, башын ситкә борҙо. Бер ни аңламаған Флүзә ҡалтыранған ҡулдары менән оҙаҡ ҡына конвертты аса алмай интекте. Унан асты ла уҡый башланы.