Яҙ етте. Егет үҙенә урын таба алмай ҡаңғырҙы. Уҡыуҙар тамамланып килә, Флүзә тыуған яғы...
Яҙ етте. Егет үҙенә урын таба алмай ҡаңғырҙы. Уҡыуҙар тамамланып килә, Флүзә тыуған яғына ҡайтып китәсәк. Бер көн эштән ҡайтышлай Фәрит юл буйынан теҙелеп үҫкән умырзаяларҙы йыйып алды. Өйгә инеү менән сәскәләрҙе дәрескә әҙерләнеп ултырған Флүзәгә тотторҙо. – Ой, ниндәй матур сәскәләр... Ҡыҙ ҡыуанысынан ағаһының битенән үбеп алды. Фәрит башы әйләнеүҙән ауып китә яҙҙы. “Их, Флүзә, Флүзә, белһәң икән ағайыңдың хәлгенәһен...” Әрнеүле тойғолар менән егет тышҡа сығып китте. Уҡыуҙар тамамланды. Флүзә ҡайтырға йыйынды. Иң алда Сәлимә еңгәй илауланы: – Эй, ҡыҙым, ҡыҙым, һинһеҙ нисек йәшәрбеҙ инде? Үҙ ҡыҙымдай күреп, өйрәнеп бөткәс-ниткәс, ҡайтып китәһең бит, балаҡайым... – Ярай, инәй, юл төшкән һайын килеп торормон. Хат яҙырмын, – тип йыуатты ҡыҙ. Фәрит ҡыҙҙы вокзалға “Москвич”та илтеп ҡуйҙы. Бына поезд ҡуҙғалырға ваҡыт етте. Кешеләр вагондарға инә башланы. Фәрит тә Флүзәнең сумаҙан, сумкаларын күтәрешеп вагонға инде, әйберҙәрен урынлаштырҙы. Унан, ҡабаттан бер ҡасан да күрмәҫтәй булып, ҡыҙға текәлде. Оҙатыусыларға вагонды бушатырға бойорҙолар. – Ярай, Фәрит ағай, һаубуллашайыҡ. Рәхмәт һеҙгә барыһы өсөн дә. Мин инәйҙе лә, һине лә ныҡ яратам... Флүзәнең тауышы ҡалтыранды, күҙҙәренә йәш тулды. Фәрит ҡыҙҙы йыуатты: – Ярай, илама, һеңлем... Ғүмер булһа, осрашырбыҙ әле. Главное, һау булайыҡ. Мин дә һине ныҡ яратам... Ҡапыл ҡыҙҙы сикәһенән үпте лә тышҡа һикерҙе. Поезд ҡуҙғалып китте. Фәриттең эсендә, әйтерһең дә, бер нәмә “шарт” итеп өҙөлгәндәй булды. Машинаһын ҡабыҙҙы ла ҡайтыр юлға төштө. Урманлыҡҡа ингәс, ҡапыл туҡтаны. Машинанан сыҡты ла йәшел үлән өҫтөнә салҡан ауҙы. “Их, Флүзә... Туғаным минең... Мөхәббәтем минең... Һинһеҙ миңә нисек йәшәргә...” Һул ҡулы менән янып-өтөлөп барған күкрәген ҡаплап, оҙаҡ ҡына ерҙә йөҙ түбән ятты. Көндәр үтә торҙо. Флүзә булмағас, өйҙөң йәме киткәндәй булды. Егет уй-хәсрәтен эш менән баҫты. Ул көн дә ҡыҙҙан ҡош телендәй генә булһа ла хат-хәбәр көттө. Июль аҙаҡтарына көткән хат килеп төштө. Фәрит тулҡынланып конвертты асты. Унан хат менән бергә открытка килеп сыҡты. “Ҡәҙерле туғандарым – инәй, Фәрит ағай! Һеҙҙе 20 август көнөнә туйыма саҡырам. Көндөҙгө сәғәт өстә ЗАГС тантанаһы. Һеҙҙе һағынып – Флүзә”. Открыткаға яҙылғандарҙы уҡығас, егеттең аяҡ аҫтында ер сайҡалғандай булды. Ул үҙен тар утлы ҡумта эсендә ҡыҫылып ҡалғандай тойҙо. Ә шулай ҙа ошондай ҡот осҡос дөрөҫлөктөң бер көн килеп алҡымынан алып, бәкәленә һуғып йығасағын белә ине ул... Фәрит ҡайҙа бәрелеп-һуғылырға, нимә уйларға белмәне. “Китергә! Себерҙә йәшәгән Фирғәт ағаһы янына китергә! Эшкә китергә! Унда, бәлки, Себер мөхитендә, барыһы ла әкренләп онотолор... Эйе, онотолор! Унан әсәләрен дә яндарына күсереп алырҙар...” Бесәнде тиҙ генә әҙерләп бөттө лә күрше ауылдағы ике егет менән алдағы аҙнала Себер тарафтарына юлланырға әҙерләнде. Ошо арала Ҡасим дуҫын күргәне юҡ. Уның бесәндә икәнлеген белгәс, машинала сабынлығына юл тотто. Дуҫының хәлен бер ҡарауҙан аңлаған Ҡасим өндәшмәй ҡалыуҙы ҡулай күрҙе. Егеттәр кипкән бесәнде йыйып, күбәләп ҡуйҙылар. Эште ослағас, тамаҡ ялғарға ултырҙылар. Дуҫы ҡайҙандыр араҡы килтереп сығарғас, Фәрит эсеүҙән ҡырҡа баш тартты. – Юҡ, дуҫ, баш былай ҙа тубалға әйләнгән... Давай, былай ғына һөйләшеп ултырайыҡ. – Ихтыярың... Тик һүҙ бер нисек тә бәйләнмәне. Ҡасим Фәриттең яурынына ҡулын һалды, уны йыуатырға тырышты. – Их, друг... Шулай инде. Бер һин түгел мөхәббәтен юғалтҡан... Ярай, танауҙарҙы төшөрмәйек әле. Беҙгә тигән ҡыҙҙар үҫеп, яурындарына көйәнтә элеп, яңы һыуға йөрөй башланылар. Бешкәндәрме-юҡмы, маңлайҙарына сиртеп ҡарап, һайлап алырбыҙ әле кәләшкә үҙҙәрен. Фәрит өндәшмәне. Ҡапыл түш кеҫәһенән конверт алды ла дуҫына һондо. Тышына бер ни ҙә яҙылмаған конвертты тотоп, Ҡасим аптырап ҡалды. – Беләһең кемгә икәнен. Туй уҙғас, мәктәпкә документтарын алырға киләсәк. Бында эшкә килмәй, үҙҙәренең яғына ҡайта. Хатты күҙ ҡараһылай һаҡла. Үҙенә генә бир. Ҡасим ризалыҡ белдереп баш ҡаҡты.