🌻Ғəҙəти булмаған КЕШЕ ИСЕМДƏРЕН атанылар.
🌻Ғəҙəти булмаған КЕШЕ ИСЕМДƏРЕН атанылар. Ə һеҙ ишеткəнегеҙ ҙə булмағандыр əле. 😁Ҡыҙыҡ хəл иҫкə төштө. Самаюн исемле малайҙан: "Исемеңдең мəғəнəһе нисек?" - тип һорағандар. Ул: "Салауат менəн Маһинур Юнысовтарҙың улы мин", - тип ғорур ғына яуап биргəн. Билдəле, был исемде башҡаса ҡушыусы булмағандыр... ☀️Ə бына Башҡортостанда яңы тыуған малайҙарға ҡушылған исемдəр араһында ВАРДИТЕР, ЯХЪЯ, ЭДЕН, МИРЗОАЛИ, ҡыҙҙарға Радмила, Сафармо, Мая исемдəрен һайлаусылар булған. 🌺Ə шулай ҙа ҡыҙҙарға Əминə, Йəсминə, София, малайҙарға Əмир, Тимур, Мирон исемдəрен яратып ҡушыусылар дауам итə. Ə һеҙ яңы тыуғандарға ниндəй матур исемдəр тəҡдим итер инегеҙ?