– Ни булды, бәпкәм? Өшөйһөңмө әллә? – Әсә балаһын тыны менән һурып алырҙай булып өҙгөлә...
– Ни булды, бәпкәм? Өшөйһөңмө әллә? – Әсә балаһын тыны менән һурып алырҙай булып өҙгөләнде. – Бирешмә, ҡыҙым. Ҡыҙҙың йәне ҡырҡ, хәҙер ҡайтып еткәс, мейес тоҡандырып ебәрербеҙ, танаҡайҙы тәрбиәләрбеҙ. Сөйөмбикә балаһын да, үҙен дә йыуатҡандай, шулай һөйләнде лә һөйләнде, ә күҙ йәштәре субырлап аҡты. Зирәк ҡатын һиҙә: тештәрен ыржайтып, әжәл яҡынлаша. Ана, инде уның һалҡын һулышы ла һиҙелә. Ғазапламай ғына алһаң ине йәнемде. – Хәҙер, бәпесем, хәҙер, аҙға ғына түҙһәң. – Сөйөмбикә ярһып иларға тотонған ҡыҙының арҡаһынан ҡағып тынысландырырға тырыша. Шунан, һуңғы иҫен туплап, өҫтөндәге пальтоһын систе, сабыйын шуға төрҙө лә, үҙе күлдәксән килеш толопҡа бөркәнеп, балаға һыйынды, ҡалтыранған ҡулдары менән уның ауыҙына имсәк ҡаптырҙы. – Бына, матурым, һиңә инде йылы, ә мин нисек тә түҙермен. Әсә ҡуйынында бала үлмәй, ти бит өләсәйең, оло кеше белмәй әйтмәҫ, – Сөйөмбикә буҫлығыуҙан тыйыла алмай, ҡыҙын ҡосаҡланы. – Исмаһам, һин йәшәһәң ине, балаҡайғынам. ...Күпмелер ваҡыттан Сөйөмбикә күҙҙәрен асты. Һи-и, буран тынған бит! Бар ғәләмде шомло тынлыҡ баҫып алған. Ҡатып ҡалған зәп-зәңгәр һауала ҡояш ялтлап тора. Тик ул нишләптер һис йылытмайсы. Сөйөмбикә әкрен генә ҡалҡынды, ҡарҙы шығырлата баҫып, ҡайҙалыр, билдәһеҙлеккә атланы. Уға ҡаршы ҡыҙы йүгерә. Ни арала шулай үҫеп, буй еткергән тиһең! Йүргәктә ятыуына әле генә һымаҡ, ә инде еткән ҡыҙ булған. Ҡыҙы артынан тағы кемдәрҙер эйәргән. Бәй, әсәһе, ҡәйнәһе, Сәмиғ. Эй, Сәмиғулла эсмәгән сағыңда һәләк матур кешеһең дә һуң. Ана, ҡарлы тауҙар артындағы офоҡ ситенән ҙур аҡ йондоҙ күтәрелде. Көпә-көндөҙ яҡтырып торған ниндәй йондоҙҙор ул? Күтәрелде лә, әкрен генә уларға яҡынлаша башланы. Яҡынлашҡан һайын сағыулана, нығыраҡ ҡыҙҙыра. Сәйер, йондоҙ ҡояштың үҙен ҡаплай бара. Уның янында ҡояш һүнә, тоноҡлана. Бына бер мәл йондоҙҙоң ҡайнар һулышы сикәләрҙе өтөп алды, аяҡ-ҡулдарға ҡағылып үтте. Сөйөмбикәгә рәхәт. Ул инде йылынды, бар донъяһын онотоп, иҙерәп йоҡлап бара. * * * Буран таңға кинәт тынды. Әйтерһең дә, ул бөтөнләй булмаған: бүре булып олоп, йорт-ҡаралтыны теткесләп ҡоторонмаған, ҡарҙы борхолдатып, асыҡ урындарҙан ышыҡҡа күсереп һалмаған. Ә, һалған икән. Ана, ҡойма тиңлек көрттәр, урамда урыны-урыны менән әҙәм бейеклеге булып ятҡан һырынтылар был тирәнән күптән түгел дауыллы ғәрәсәт үтеүе хаҡында һөйләй. Әле килеп шылт иткән дә тауыш юҡ. Ошо шомло тынлыҡты тыңлап ята торғас, Нәҡиә апайҙың күңелен аңлайышһыҙ һағыш баҫып алды, тиктомалға яман эсе бошоп китте. Бошоноу сәбәбен ул шундуҡ аңланы: ай-вайҙарына ҡарамай, сабыйын алып, килене төнгә ҡаршы ҡайтып киткәйне. Нисек кенә барып еттеләр икән? Етә алдылармы?.. Ҡурҡыныс уйҙан Нәҡиәнең тәне буйлап һалҡын ағым үтеп китте, фажиғә һиҙеп, йөрәге сәнсеп ҡуйҙы. – Сәмиғулла, балам, тора һал. – Нәҡиә, асырғанып, бер ни белмәй иҙәндә йоҡлап ятҡан улын уятты. – Килен бит юлға сыҡҡайны. Ҡайтып еттеме? Нисек ҡайтып етте икән? Сәмиғулла шешенгән күҙҙәрен ыуа-ыуа тороп ултырҙы, мәғәнәһеҙ ҡарашын әсәһенә төбәне. – Нишләп ҡайтарҙығыҙ һуң? – тип, ғәйепте башҡаларҙан эҙләмәксе итте. – Аһ, аһ, үҙең ҡайтып кит, тинең бит. Эттән алып, эткә һалып һүктең, – әсәһе үпкә белдереп иламһыраны. – Эсеп алһаң, холҡоң бармы... Сәмиғулла инде үкереп торған бүгәй түгел. Бөгөн ул аяҡланырға ла өлгөрмәгән быҙау. Уға хәҙер ни әйтһәң дә бата. Барыһын да күтәрәсәк. Ир өндәшмәне, иҙерәшеп йоҡлап ятҡан малайҙарына ҡарап, иҫәңгерәп торҙо. Иҫерек баш менән ниндәй ахмаҡлыҡ ҡылғанын әле килеп аңлаған Сәмиғулла, үкенесенән алйыр сиккә етеп, йәйәүләп, йүгерә-атлай ҡайтырға сыҡты. Юлда ул тирә-яҡты ҡарашы менән ентекләп байҡай барҙы. Ауылға етәрәк һаҙ буйында ҡарайып күренгән сәйер нөктәгә текләп торғандан һуң, ул-был һиҙелмәгәс, тыныслана төштө. Шулай ҙа йөрәк түренә инеп ояларға өлгөргән шом тулыһынса таралып бөтмәне, килке-килке һулҡылдап, бәғерен өйкәп тик торҙо.