🔥Өфөлə "Атайсал" проектының V "Ватан көсө - сила Отечества" форумы уҙҙы.
🔥Өфөлə "Атайсал" проектының V "Ватан көсө - сила Отечества" форумы уҙҙы. 💥Форум "Торатау" конгрес - холында 8 майҙансыҡта ҡатнашыусыларын ҡабул итте. 🤝"Атайсал. Яҡташтар беҙҙең менəн" тип исемлəнгəн түңəрəк өҫтəлгə илебеҙҙең төрлө мөйөштəрендə йəшəп, тыуған ере менəн тығыҙ бəйлəнештə йəшəгəн яҡташтар йыйылды. Мəскəү, Дондағы Ростов, Салехард, Санкт- Петербург һəм башҡа ҡалаларҙан килгəн ҡунаҡтарҙың йылы сығыштары тыңланылды. "Атайсал" һүҙе- ул беҙҙең ҡаныбыҙҙа.Ҡайҙа ғына булһаҡ та беҙ тыуған еребеҙҙең йылыһын тойоп йəшəйбеҙ. Ошо йылылыҡты балаларыбыҙға тапшырыу, тамырҙарыбыҙ башҡорт еренəн икəнен аңлатыу - беҙҙең бурысыбыҙ. Яҡташтар берлəшеп, төрлө мəҙəни саралар, ярыштар ойоштороу берҙəмлекте нығыта. Эшҡыуарҙар тыуған республикабыҙға əленəн- əле ла матди ярҙам күрһəтеп тороуҙары ла ҡыуаныслы хəл",- тине улар. 🌻Илһөйəрлек, яҡташтар бәйләнеше һәм мәҙәниәт тураһында ихлас һөйлəшеү барышында Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресс) — йәмәғәт ойошмаларының Халыҡ-ара берлеге Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова барыһына ла ошондай көсөргəнешле мəлдə тупланып, фронтҡа ла, тыуған республикабыҙға ла һəр яҡлап ярҙам ҡулы һуҙған яҡташтарыбыҙҙың һəр береһен исемлəп телгə алды, оло рəхмəтен еткерҙе.