бит ниндәйҙер ыңғай күрһәткес тә бирә.
бит ниндәйҙер ыңғай күрһәткес тә бирә. Эшлеклелек кешегә ҡарата яҡшы ҡараш, хөрмәт тә булдыра. Эшлекленең эргә-тирәһе, тотҡан донъяһы, башҡарған эштәре уның ошо матур сифаты хаҡында мәғлүмәт биреп тора. ✅ХИСЛЕЛЕК Алсаҡлыҡ та тиергә мөмкин. Нисек кенә булғанда да хисле, асыҡ, алсаҡ кешеләр менән аралашыу ҙа еңелерәк һәм уларға тартылаһың да. Йомоҡ, туң әҙәмдәр ышаныс тыуҙырмай, биҙрәтә. Шаярта белгән, юморҙы ҡабул иткән, һоҡлана, маҡтай, хуплай, теләктәрен еткерә алған, кәрәктә ихлас көлөшә лә белгәндәр менән еңел дә, рәхәт тә. Аралашҡан йәки танышҡан кеше эмоцияларын сығарыр, күрһәтер һүҙ ҡатһа, һөйләһә уға ҡарата йылы тойғолар уяна. Хислеләр эскерһеҙ ҙә, таҙа уйлы ла, бер ҡатлы ла кеүек. Барыһы ла шундайҙар менән генә аралашырға теләй. Икенселәрҙән ихласлыҡ көтәһең, ә үҙең шулай була беләһеңме? ✅ИЗГЕЛЕК Изгелек ул кешегә яуызлыҡ ҡылмау ғына түгел, ә яҡшылыҡты башҡарыу, үҙ булышлығың, үҙ ҡулың менән атҡарыу. Икенсе кешегә, тәбиғәткә, хайуандарға ҡарата йылы, сәләмәт, аяулы ҡараш. Оло кешене етәкләп юл аша үткәреү, берәҙәк этте ашатыу, ағасты һындырмау, йылғаны ҡыйҙан таҙалау, юлсыны ултыртып алыу, икмәгең менән бүлешеү, ауырыуҙың хәлен белеү, яҡшы теләктәрҙә ҡала белеү. Изгелек матди берәмектәрҙә баһаланмай, уны аҡса йәки ярҙамның ҙурлығы-бәләкәйлеге менән билдәләмәйҙәр. Был эске ыңғай энергияның көсөнә ҡарай. Эсеңдә ни тиклем изгелек бар, һин шул тиклем сығараһың да. Эскерһеҙ була изгелек, мин һиңә изгелек ҡылдым, һин дә ҡыл, тигән формала түгел. Изгелекте көсләп таҡмайҙар, көсләп күрһәтмәйҙәр, бына мин изгелек эшләнем, һеҙ баһаламанығыҙ, тип үпкәләмәйҙәр. Бөгөн изгелек төшөнсәһе артыҡ яһалма һәм күрһәткескә әйләнде. Изгелекте беҙ аҡыллыраҡ һәм мөһимерәк булып күренеү өсөн башҡарабыҙ. Етәкселәр үҙ бурыстарын үтәүҙе лә изгелек итеп күрһәтә экранда. Әммә был изгелек түгел. Изгелек ул күпкә бөйөгөрәк, юғарыраҡ һәм таҙараҡ төшөнсә. ✅БАТЫРЛЫҠ Батырлыҡ ул көслө йәки бәһлеүән булыуҙан килмәй. Яндырай, уҫал, еңмеш булыуҙан да түгел. Батырлыҡ әҙәмдә һәр ваҡыт та булмаҫҡа, әммә кемделер яҡларға, ҡурсаларға, ҡотҡарырға кәрәк булғанда ҡалҡып сығырға мөмкин. Эсеңдә, рухыңда батырлыҡ бар икән – ул сығасаҡ, юҡ икән – юҡ, тимәк. Батырлыҡ бәлә килгәндә һинең үҙең хаҡында оноттора, йәнеңде аямаҫ, ғүмереңде йәлләмәҫ халәткә еткерә. Батырлыҡ ул өйөрҙәге һәүеректең ҡапыл ҡанаттары асылып китеп толпарға әүерелгәне һымаҡ, ябай ғына, тыйнаҡ ҡына кешенең дә башҡалар өсөн ниндәйҙер хәүефкә, ҡурҡынысҡа ынтылыуы, уларҙы үҙ тәне (образлы рәүештә лә) менән ҡаплай алыуы. Батырлыҡтың ҙуры-бәләкәйе булмай. Ул да дәүмәл менән баһаланмай. ✅ТЫЙНАҠЛЫҠ Кешене матурлыҡ та, байлыҡ та, һәләтлелек тә, билдәлелек тә түгел, ә әҙәп һәм тыйнаҡлыҡ биҙәй. Күп билдәле кешеләр тыйнаҡлыҡты юғалтыу, әҙәп самаһын емереп китеү арҡаһында һөйкөмһөҙгә әүерелә. Интернетты асып ҡарағанда ғына ла самаларға була быны, берәүҙәр фотоһүрәттәрен таҫмаға һала ла һала, һала ла һала. Кешенең күҙен ғарыҡ итеп, һүрәттәре арыу ғына булған хәлдә лә, тыйнаҡһыҙлыҡтары менән ытырғаныу уяталар. Тыйнаҡһыҙ әҙәм үҙенә иғтибарҙы, хөрмәтте, данды талап итә. Ә тыйнаҡтар быларҙы хатта яулап алған хәлдә лә алға ҡуймаҫ. Тыйнаҡ кешенең эске тотанағы уның күҙ ҡарашынан, үҙен кеселекле тота белеүенән үк күренеп тора. Тыйнаҡлыҡ үҙбаһаңды төшөрөү йәки үҙеңде кәм итеп күрһәтеү түгел, ә башҡаларҙы түбәнһетмәү ул. Был ун сифаттың барыһы ла бер кешелә булмаҫҡа ла мөмкин. Әммә быларҙың береһе генә һине биҙәгәндә лә - яҡшыһың, күңелеңә сәләмәт орлоҡтар сәселгән. Һәм тағы ла, үрҙәгеләрҙең барыһы ла бер-береһенә бәйле һәм бер-береһен тулыландырып, тултырып, үҫтереп килеүсе төшөнсәләр. Тимәк, һин хисле икән, изгелегең дә бар, батыр икән, тоғро ла була алаһың, эшлекле генә түгел, кәрәктә һығылмалыҡ та күрһәтер көсөң бар. Эҙлә шуларҙы күңелеңдә, тап, сығар өҫкә һәм һин иң яҡшы кеше булырһың.