💫УН МАТУР ҒӘҘӘТ 💫
💫УН МАТУР ҒӘҘӘТ 💫 Нимә яҡшы, нимә насар икәнде, әгәр ул күҙгә күренерлек хәлдә булмағанда, белеп тә булмай ҡуя. Шулай уҡ кешене лә. Яҡшы кешеме ул, насармы – аныҡ ҡына баһалауы ауыр. Әммә үҙен “яҡшы” тип иҫәпләгәндәрҙә ун матур ғәҙәт булырға тейеш, тиҙәр. ✅ЯРҘАМСЫЛЛЫҠ Кемгәлер ауыр, бәләгә ҡалған йәки төшөнкөлөккә бирелгән икәнлеген белгәндә үҙ белдегең менән ярҙамға килеү. Һүҙ менән, теләктәшлек менән һәм матди ярҙам итә белеү. “Уй, уның хәле шулай икән” тип тел сарлау йәки ситтән генә йәлләү түгел, ә кире талап ителмәгән, хаҡ һоралмаған, рекламаға һәм халыҡҡа күрһәтеүгә ҡоролмаған хәйриә ярҙамы. Берәй ауырыуға дарыуға, операцияға аҡса биргәнегеҙ, күп балалыларға үҙегеҙҙең иҫкене түгел, ә берәй тапҡыр яҡшыны бүләк иткәнегеҙ, ҡарауһыҙ әбей-бабайҙы йыуындырып-тәрбиәләп ҡуйғанығыҙ, кредитҡа батҡан туғанығыҙ (танышығыҙ) өсөн түләшкәнегеҙ, мохтаждарға ит, картуф һымаҡ үҙегеҙ үҫтергәнде алып барып биргәнегеҙ, кемгәлер бушлай эш эшләгәнегеҙ бармы? Ысынлап ярҙам итеү ул бурысҡа биреп тороу йәки ярҙам иткән булып ҡыланыу, кешененең ауыр хәлен һыҙыҡ өҫтөнә алып күрһәтеү, үҙеңә уңайлы йәки файҙалы саҡта ғына ҡул һуҙыу түгел, ул үҙеңдең ҡылығыңдан эске ләззәт алыу һәм икенсегә тойомло файҙа килтереү. ✅ДӨРӨҪТӨ ҺӨЙЛӘҮ Алдашмау. Һәр хәлдә алдашмаҫҡа тырышыу. Хәбәрҙе йәки ваҡиғаны үҙгәртмәү, үҙеңдән өҫтәмәй, ҡабартмай, арттырмай ғына һөйләй белеү. Дөрөҫ хәбәр һәр ваҡыт уңайлы һәм яйлы ла булмаҫҡа мөмкин. Тик дөрөҫ һөйләй белеү һәм алдашмау йәмғиәттә шундай тиҙ баһалана. Һинең был сифатыңды шунда уҡ аңғарасаҡтар. Шулай уҡ алдаҡсы булыуыңды ла. ✅ТӘРБИӘ Был төшөнсә аҫтына бик күп ғәҙәттәрҙе индерергә булалыр. Мәҫәлән, тейешле урынға ваҡытында килеү – һуңламау. Башҡаларҙың һине көтөп ваҡытын сарыф итеүенә юл ҡуймау. Өҫтәл артында, ашағанда, аҙыҡ-түлек ҡулланғандағы этикет тәртиптәрен тотоу. Кеше менән һөйләшә белеү, уның йөҙөн йыртмау, етешҙелектәрен бәреп әйтмәү, унан көлмәү, кәмһетмәү, тупаҫ һүҙҙәр ҡулланмау. Һөйләшә белмәү, моғайын, иң таралған тәрбиәһеҙлек билгеһелер. Бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙар араһында күҙәтергә була быны. “Һимергәнһең, ябыҡһың, нишләп буянмағанһың, был күлдәкте шунсаға алдыңмы, миндәге матурыраҡ, яҡшыраҡ, уңайлыраҡ һ.б.” тигәнерәкте улар бер-береһенә башҡалар алдында ташлаусан. Теләктәшлек артына йәшерелгән тупһыҙлыҡ был, үҙен тәрбиәлемен тип иҫәпләгән кеше ундайҙы әйтмәй. Тәрбиәле булыу ул һүҙҙе, вәғәҙәне, әйтелгәнде тота белеү. Үҙең биргәнде лә, башҡаларҙан алғанды ла. Серҙе һатмау. Кеше хәлен ғәйбәт итеп һөйләмәү. ✅ҺЫҒЫЛМАЛЫҠ Һығылмалы булыу ул тән һығылмалығын йәки холоҡ йомшаҡлығын аңлатмай. Ә өҙә, ҡырҡа һуҡмайса, башҡаларҙы ла һәм үҙеңде лә йәрәхәтләмәйсә хәл итә, килешеп эшләй белеү, ниндәйҙер маҡсаттарға ирешеү өсөн, кемдер менән ярашып йәшәү өсөн аҡыллы ысул. Һығылмалыҡ күрһәтә белеү ул көс һәм аҡыл сифаты. Һығылмалы була белгәндәр, ғәҙәттә, күпкә өлгәшә. Был ғәҙәткә лә өйрәнергә, холоҡто тәрбиәләргә була. ✅ТОҒРОЛОҠ Иң һоҡланғыс һәм һирәк осрай торған күренеш. Ир менән ҡатын, һөйгән йәрҙәр, туғандар, дуҫтар, коллегалар, рухташтар һәм хатта күршеләр араһында ла була был тойғо. Бер-береңде һатмау, үҙ-аралағы хистәрҙе бысратмау, бирелгән һүҙҙәрҙе, һөйләнелгән, эшләнелгәндәр араһына башҡаларҙы тығылдырмау һәм ситкә сығармау. Кеше кемгәлер тоғролоҡ һаҡларға тейеш. Үҙе һәм намыҫы алдында. Әгәр унда берәүгә лә ҡарата тоғролоҡ тотолмай, ул иренә (ҡатынына) хыянат итә, дуҫын һөйләй, коллегаһын яманлай, ата-әсәһен, балаларын кемдәргәлер алмаштыра ала икән – был әҙәмдең йәнен шайтан биләп алған һәм ул шайтанға ғына тоғро. ✅ЭШЛЕКЛЕЛЕК Һәр ир егәрле ҡатын, һәр ҡатын эшлекле ир һәм һәр етәксе хеҙмәтсән хеҙмәткәрҙәр теләй. Эшләү - аҡ эшме, ҡарамы, аҡыл эшеме, ҡул эшеме – хәрәкәт, алға китеш, барлыҡ ул. Мәҫәлән, эшкә йөрөйһөң икән килем алаһың, кәсеп итәһең икән мал табаһың, өй йыйыштыраһың икән таҙалыҡта йәшәйһең, баҡса ултыртаһың икән уңышың, мал аҫырайһың икән аҙығың була. Ялҡаулыҡ быларҙың киреһен алып килә. Эш башҡарыу күңелде лә аяҙыта, уйҙарҙы таҙарта, ваҡытты исрафлауҙан ҡотҡара һәм эшләгәнең