Ҡыҙсыҡтың бәләкәс кенә йөрәге күкрәк ситлеген йыртырҙай булып тулай, атай булған әҙәмде...
Ҡыҙсыҡтың бәләкәс кенә йөрәге күкрәк ситлеген йыртырҙай булып тулай, атай булған әҙәмде күргеһе килмәй. Нисек итеп уның менән бер өҫтәл артында ултырырға, нисек итеп бер йортта йәшәргә, тигән һорауҙар ҡайнаны башында. Һәм кинәт кенә бер ҡарарға килеп, шым ғына төпкө бүлмәгә инде, ручка, ҡағыҙ бите алды ла былай тип яҙҙы: “Әсәкәйем, беләм, һин минең үҙ әсәйем түгел, шулай ҙа алып ҡарағаның, үҫтергәнең өсөн рәхмәт. Әсәй, һеңлеләрем, Ҡәҙриә апай, һау булығыҙ! Ғәйепләмәгеҙ мине, зинһар өсөн. Әсәй, һеңлеләремде һаҡла. Тик бер генә теләгем үтәлмәне: үҙ әсәйемде күреп, уның күҙҙәренә ҡарай алманым…” Әсәһе йоҡлай алмай интеккән ваҡытта ниндәй дарыуҙар эскәнен Рая белә ине. Шуларҙы аҡтарып алды ла услап йотто. Тәҙрә төбөндә себендәрҙе үлтереү өсөн иҙеп ултыртылған ағыуҙы ла эсте ул һәм әкрен генә торған ерендә ауҙы. Китте был фани донъянан… Рая күренмәгәс, уны тыштан, күршеләрҙән, һыу буйынан эҙләнеләр – тапманылар. Өйгә йүгереп ингән һеңлеләре уны күреп, ҡысҡырып илашып килеп сыҡты. Иркә менән Ҡәҙриә өйгә ингәндә, Раяның ауыҙынан күбектәр сығып, тәне һыуынып бөткәйне инде. Ҡыҙ яҙған хатын күкрәгенә ҡыҫып йән биргәйне. Хатты тәүҙә Ҡәҙриә уҡып сыҡты ла Иркәгә һондо. Үҙе лә һиҙмәҫтән, ҡыҙҙың күлдәген күтәреп, янбашын ҡараны. Раяның уң яҡ янбашындағы ҡып-ҡыҙыл миңде күргәс, шаңҡыта һуғылған балыҡ кеүек булды: – Аһ, балаҡайы-ы-ым, бауыр итем, нишләп һине таныманым?.. – тип иңрәп, йәнһеҙ кәүҙәгә ауҙы. Ләкин терһәкте тешләргә һуң ине инде, бик һуң… Таңһылыу ҒҮМӘРОВА.