Матур итеп кейенгән, алтын алҡалар таҡҡан һомғол буйлы Раяға ҡарағас, Иркәнең йөрәге ни...
Матур итеп кейенгән, алтын алҡалар таҡҡан һомғол буйлы Раяға ҡарағас, Иркәнең йөрәге ниҙер һиҙеп, сәнсеп-сәнсеп ҡуйҙы. Ләкин башына килгән шомло уйҙарҙы ҡыуырға тырышып, йүгереп йөрөп табын әҙерләне. Сәй эскәндән һуң Иркә: – Шунан, ҡыҙым, уҡыуҙы нисек тамамланың? Яҡшымы? Яраған. Тыуған көнөңдө нисек үткәрҙең? Күрәм, атайың ҙурлаған, алтын алҡа бүләк иткән икән, һәйбәт. Эштән ваҡытында ҡайттымы? Эсеп килмәнеме? – тип һораған һайын Раяның башы түбән эйелгәндән-эйелә барҙы һәм, күңеле тулып, илап урындыҡҡа йығылды. – Әсәй, мин, мине… тыуған көнөмдә… мин ғәйепле түгел, – тип һүҙен әйтә алмай үкһене ул. – Йә, нимә булды? Берәй эш боҙғанһыңдыр ҙа, шуға атайың ҡайыш менән эләктерҙеме? – тип һораны Иркә. – Ҡайыш менән эләктерһә, Хоҙайға мең рәхмәт әйтер инем дә бит. Эх-х, әсәй, һин мине аңламайһың, – тине лә, әҙерәк тынысланғас, тыуған көнөндә атаһының көсләүен илай-илай һөйләп бирҙе. – Уны төрмәгә ултыртырһың бит, әсәй! – тип һағышлы күҙҙәрен төбәне. Иркә тораташтай ҡатты: Раяны йыуатманы ла, хатта йәлләп бер һүҙ ҙә өндәшмәне. Хәтһеҙ ваҡыт үткәс: – Бер кемгә лә һөйләмә! Был турала онот! Уны төрмәгә ултыртып, һеҙҙе, биш баланы, нисек ҡарайым? Бесән, утын әҙерләргә кәрәк. Әле әҙер утын менән ике ай эсендә үлә яҙҙым бер үҙем, туғандарың бәләкәй. Ә һине, Рая, башҡаса рәнйеттермәм, тик бер кемгә лә һөйләйһе булма! – тип киҫәтте. Рая уға йәш тулы күҙҙәре менән аптырап та, ғәжәпләнеп тә баҡты. Үҙ әсәйем булһа, улай эшләмәҫ, балаһы өсөн йәнен ярып бирергә лә ризалашыр ине, тигән уйҙар үтте башынан, ләкин өндәшмәне. * * * Ҡәҙриә ҡыҙын бала табыу йортонда ҡалдырып сығырға ҡарар итте. Сығыр алдынан бәләкәсенең йүргәктәрен сисеп, бөтә тәнен ҡараны, ҡош балаһы кеүек ауыҙын асып ятҡан ҡыҙыҡайҙың уң яҡ янбашында шырпы башы ҙурлығындай ғына ҡып-ҡыҙыл миңе бар ине. Ҡәҙриә ҡошсоғоноң миңенән үбеп алды ла йәһәт кенә уны кире төрҙө һәм һуңғы тапҡыр имеҙеп, бала табыу йортонан илай-илай ҡасып сығып китте. Бәләкәсен, бауыр итен, үҙе менән бергә алып сығыр ине лә бит, ни йәшәргә өйө, ни эше юҡ. Ҡәҙриә, ата-әсәһе автоһәләкәттә вафат булғас, балалар йортонда тәрбиәләнде. Һигеҙ класты тамамлағас, штукатур-малярлыҡҡа уҡырға инде. Унда ҡыҙыҡай насар компанияға эләкте, кистәрен подвалда йыйылып тәмәке тарттылар, эстеләр… Балаһының кемдән икәнлеген дә белмәй, бына шулай ҡорһаҡлы булып, сабыйҙы донъяға килтерҙе. Әҙерәк баш-күҙ алып, эшкә урынлашҡас, һис шикһеҙ, баламды аласаҡмын, тип уйланы Ҡәҙриә. Тик тормош ҡанундары аяуһыҙ шул, һин уйлағанса, теләгәнсә генә булмай. Яҙмыш елдәре ҡамғаҡтай Ҡәҙриәне тәүҙә эҫе Үзбәкстанға, унан һуң үҙәктәргә үтерлек һалҡын Себергә ҡыуалап йөрөттө. Һуңынан кире тыуған ҡалаһына ташланы. Ниһайәт, Ҡәҙриәгә лә тормош юлында бәхет ҡояшы йылмайҙы. Уға эшһөйәр, тыныс тәбиғәтле улы менән тол ҡалған Сәғит осраны. Һәм улар ирҙең тыуған ауылына ҡайтып (ә ул Иркәнең ауылдашы, күршеһе ине), донъя көтә башланы. Сәғиттән Ҡәҙриә бер малай тапты. Иренең улын да, үҙҙәренекен дә “өф” итеп кенә тәрбиәләнеләр. Мөғжизә әкиәттә генә була тиһәләр ҙә, ул тормошта ла осрай икән. Һыуға барырға тип сыҡҡан Рая үҙ әсәһе менән күҙгә-күҙ осрашты. Бер-береһен танымаһалар ҙа, улар күптәнге таныштар кеүек иҫәнләште, бер-береһе менән һөйләшеп туя алманы. Ҡәҙриә Раяны шунда уҡ яратты, йөрәге ниңәлер һулҡылдап-һулҡылдап типте. Ҡыҙҙың йәшен белгәс, минең дә балаҡайым ошо йәштә бит, тип йөрәге һыҙланды. Бер нисә көн үткәс, ҡаланан Биктимер ҡайтып төштө. Иркә уны ихатала ҡаршы алып, бер нәмә лә белмәгән кеше булып ҡыланды, ә ҡыҙҙары сыр-сыу килеп аталарын һырып алды. – Атай, ниндәй күстәнәстәр алып ҡайттың? Бүләктәр ниндәй матур! – тип ҡыуанды бәләкәстәр. Рая ғына атаһы янына сыҡманы, аш бүлмәһендә үҙ эше менән булды. – Рая ҡыҙым ҡайҙа һуң? Уға ла бүләктәр алып ҡайтҡайным, – тип һөйләнде оятһыҙ ир.