Иң кәрәк кеше
Иң кәрәк кеше Хикәйә *. *. *. *. *. *. * Бер көн мәктәптән ҡайтҡанда, урам тулы кешеләрҙе күргәс, Илнараның мейеһен өләсәһенең: “Бәлә ағас башынан йөрөмәй, кеше башынан йөрөй”, – тигән һүҙҙәре телеп үтте. Бер кем дә көтмәгәнен белһә лә, Илнара өйөнә йүгереп ҡайтты. Яҙҙың тәүге айы башланып ҡына тора, ә яғырға утын бөткән. Портфелен иҙәнгә ҡуйҙы ла тышҡа сығып китте. Ирей ҙә башламаған ҡар аҫтынан, бирсәткәле ҡулы менән самалап, яғырлыҡ ҡалдыҡ-боҫтоҡ эҙләй башланы. Йоҡа ғына бирсәткәһенең һыуланыуына иғтибар итмәҫкә тырышып, һәрмәнә торғас, тапты тәки бер-ике түмәр башын! Улары елле генә булыуға ҡарамаҫтан, көсө етте: ҡар аҫтынан сығарып, ах та ух килеп тәгәрәтте. Иҫке утын һарайынан балта сығарҙы. Атаһының балта үткерлеген тикшергәнен хәтеренә төшөрөп, баш бармағы менән эш ҡоралының йөҙөн һыйпаны... Үтмәҫләнеп тә бөткән икән... Эсендә аслыҡтан олоған “бүреләрен” тыйыпмы әллә атаһын юҡһыныу тойғоларын йүгәнләүҙәнме – Илнара бар көсөнә, йәнтәслим иттереп түмәргә һуҡты. Бәләкәс кенә ҡыҙҙан бындай уҡ көстө көтмәгән түмәр “дыңҡ” итеп уртаға ярылды ла ҡуйҙы... Илнара ике түмәрҙе тураҡлап бөткәнсе шыбыр тиргә батты. Өҫтөндәге еңел курткаһын сисәйем тип төймәләренә тейҙе лә, һипһенде. Өләсәһенең атаһына: “Ҡапыл һалма кейемеңде, улым, тирең ҡатҡанын көт, сир инер тәнеңә юғиһә”, – тигәне иҫенә төштө. Ярылған утынды илла-алла менән тоҡандырып ебәргәс кенә өҫтөн алмаштырҙы. Шул арала электр плитаһына сәйнүген ҡуя һалып, өйҙө йыйыштырырға тотондо. Әсәһе дүрт көн элек күрше ауылдағы әхирәтенә “хәл белергә” киткәйне, ҡасан ҡайтырын кем белә. Плита боҙола башлаған, күрәһең, бер сүмес һыуы бик оҙаҡ ҡайнамай аптыратты. Инде лә сәйен тиҙ генә һемереп, ҡустыһын алырға балалар баҡсаһына йүгерҙе. Тәрбиәсе Сулпан апай бөгөн Наилды матур итеп кейендереп алып килгәне өсөн Илнараны маҡтаны. Ә тегеһе инде, апаһын күреү менән йүгереп килеп, муйынынан бәләкәй генә йылыҡай ҡулдары менән ҡосаҡлап алды, ә ҡолағына: “Әсәй ҡайттымы?” – тип бышылданы. Тәрбиәсегә күрһәтмәҫкә тырышып, Илнара: “Юҡ”, – тип баш һелкте. Ишетмәй тормай инде ауыл кешеһе был ғаиләнең хәлен! Сулпан апаһы ипләп кенә Наилды уйын бүлмәһенә кире индерҙе лә Илнараға һораулы ҡарашын төбәне. Әллә инде ошо наҙ тулы ҡараштарҙы көткән тиһең, әллә был мөләйем апайҙы яҡын күргәнгәме, ҡыҙыҡай әсәһенән бына инде дүртенсе көн хәбәр юҡлығын һәм ҡайтһа ла өйҙә башҡа кешеләр менән эсеүен дауам итеүен бер тында һөйләне лә бирҙе. “Ашарығыҙға бармы? Өйөгөҙ һыуыҡмы? Ай, Аллам, утынығыҙ ҙа юҡ ине шикелле”, – тип тәрбиәсе апай борсолоуын белдерҙе. “Юҡ, апай, беҙҙең бөтә нәмәбеҙ ҙә бар, рәхмәт, борсолмағыҙ”, – тип Илнара һүҙҙе икенсегә борорға маташты. Тағы ла һорауҙар яуҙыра башлаһа, түҙмәҫмен, илап ебәрермен, тип ҡурҡып, ҡустыһын етәкләп, тиҙ генә баҡсанан сығыу яғын ҡараны. Юл буйы тәтелдәк Наил баҡсала нимә ашағанын, кем менән уйнағанын – бөтәһен тәфсирләп һөйләп килде. Эй, ҡыҙыҡ та инде был бәләкәс малаҡай! Өйҙә уны үҙе бешергән бутҡа менән һыйланы ла дәрестәренә ултырҙы. Мейесенә бер-ике утын өҫтәп ебәрҙе. Наил төндә юрғанын асып йоҡлай, өшөмәһен. Өләсәһе лә, хәрәкәтһеҙ тәнде һыуыҡ тиҙ ялмай, ти торғайны бит... 13 йәшлек ҡыҙ бынан дүрт йыл элек кенә булған тормошон һағынып иҫкә алды. Атаһының: “Бына, Илнара, һиңә ҡусты алып ҡайттыҡ, исеме – Наил! Һин хәҙер ҙур кеше – апай булдың, ҡыҙым!” – тип сикһеҙ ҡыуанғанын, әсәһенең бәхеттән балҡыған йөҙөн онотоп буламы һуң? Был малай бигерәк теремек, тип доғаларын уҡый-уҡый йыуындырырҙар, кейендерерҙәр, сисендерерҙәр ине күмәкләп... “Бер бәләкәс кенә кеше өсөн ни тиклем сабышҡан булалар, фи! Ә мин “бишле” алдым бөгөн!” – тип үпкәләгән саҡтары ла булды хатта ҡыҙыҡайҙың. Ә һуңынан ул мәктәптән ошо “тәмлекәс” тубырсыҡты һағынып йүгереп ҡайтыр булып китте. Тегенең күҙҙәренән осҡон сәсеп йылмайыуын, берсә шарҡылдап көлөп ебәреүен, берсә ирендәрен бүлтәйтеп үпкәләүен Илнара бер тамаша ҡылып күҙәтер ине. Шул ваҡытта ул “Ҡустымдың уңыштары” тигән дәфтәр тота башланы. Илнара өләсәһенең ярҙамы менән Наилдың устарын, табандарын һүрәткә төшөрөп, хатта үлсәүҙәрен