күрһәтеп ҡуйҙы. Шунан инде яйлап был дәфтәргә Наилдың тәүге йылмайыуы, тәүге теше, тәүг...
күрһәтеп ҡуйҙы. Шунан инде яйлап был дәфтәргә Наилдың тәүге йылмайыуы, тәүге теше, тәүге китабы, тәүге аҙымы кеүек “бик мөһим” яңылыҡтар теҙелде... Был эштә уға өләсәһе ныҡ ярҙам итте. Һәр биттә күпте күргән, күпте кисергән әбекәйҙең тапҡыр, мәғәнәле һүҙҙәре яҙылды: “бишектәге бала бишкә төрләнә – беҙҙең Наил бер көн әсәйемә оҡшап йылмайып ҡуйһа, икенсе көн хәс тә атайым булып танауын сирылта!” “Баланы табыу һөнәр түгел, ә бағыу һөнәр” тигәненең аҫтында әсәһенең ҡулы менән: “Баланы бағыу бик еңел, янымда һеҙҙең кеүек ярҙамсыларым булғанда! Рәхмәт һеҙгә, ҡыҙым, ҡәйнәм!” – тип яҙылған. Бына көндәлектең бер битендә, сүкеш һүрәте аҫтында “Бөгөн Наил тәүге тапҡыр сүкеш тотто!” тип, аҫтараҡ ҡыҙыл ҡәләм менән “Атанан күргән – уҡ юнған!” тип тә өҫтәп ҡуйылған. ...Туп-тумалаҡ ҡустыһына теүәл ике йәш тулғанда, аталары мәрхүм булып ҡуйҙы. Илнара ул ваҡытта ниҙәр кисергәнен аңлата алмай. “Өләс, ә ниңә Хоҙай бабай улайтты икән? Беҙгә атайыбыҙ ныҡ кәрәк бит, – тип һулҡылданы ҡыҙсыҡ. “Сеү, сеү, балам, – тип ҡуңыр йөҙө ҡайғынан тағы ла ҡарайыбыраҡ киткән өләсәһе сәстәренән һыйпаны. – Алама һүҙ тигеҙмәйек Хоҙайға, балаҡайым... Эй, кем генә әйтә алһын инде яуабын, матурым. Әммә ҡайғы килгән икән – сабыр булыу зарурҙыр. Хоҙай Тәғәләне яманлама, асыуланма, яман һүҙ бер ҡасан да сыҡмаһын тешең араһынан, ярармы? Сабыр, сабыр...” – тип әллә үҙен, әллә ҡапыл ғына олоғайып киткән ейәнсәрен йыуатты ул. Атайһыҙ өйҙә күңелһеҙ, шыҡһыҙ булып тойолһа ла, тора-бара өйрәнделәр. Илнараны мәктәптән, Наилды балалар баҡсаһынан, әсәһен эштән өләсәһе тәмле ризыҡтар менән көтөп ала. Әсәһе кистәрен күршеләргә бәйләмен тотоп инер булып китте. “Килен, ярар, бар әхирәттәрең менән аралашып, бауыр аҫтынан ел үткәреп кил, һөйләшеп ал эсең бушағансы”, – тип оҙатыр ине өләсәһе. Бер мәл, әсәһен көтөп ала алмағас, Илнара йоҡлап китте. Түрбашта шыбырлашҡан тауыштар уны йоҡоһонан уятты. “Һуң ҡайтһамсы, ҡәйнәм, әҙерәк кенә эстем мин, уныһы ла шарап ҡына, йөрәгемдең яныуын баҫыр өсөн генә бит!” – был әсәһенең тауышы. Тимәк, тағы ла иҫерек, тип уйланы ҡыҙыҡай. Артабан өләсәһенең: “Килен, беҙ һинең менән нисә йыл бергә йәшәйбеҙ, ҡыҙым кеүек бит һин миңә! Үлгән артынан үлеп булмай, сабырлығыңды тупла. Эй, барҙы юҡ итеүе бик тиҙ ул, килен. Өндәшмәнем бит ошоға ҡәҙәр һиҙемләһәм дә. Ҡағылма, тотма башҡаса шул иблис һыуын...” – тигәнен ишетте. Илнара әсәһенең ипләп кенә өйҙә лә шешәнән шыйыҡса ҡойоп эскәнен күргәне бар ине, тик өләсәһенә генә әйтә алмай йөрөнө. Ошо һөйләшеүҙән һуң әсәһенең кистәрен гел генә өйҙә булыуына сикһеҙ ҡыуанды улар. Өләсәһе лә яғымлыраҡ, шатланыбыраҡ йөрөгән һымаҡ булып тойолдо ҡыҙыҡайға. Бер көн мәктәптән ҡайтҡанда, урам тулы кешеләрҙе күргәс, Илнараның мейеһен өләсәһенең: “Бәлә ағас башынан йөрөмәй, кеше башынан йөрөй”, – тигән һүҙҙәре телеп үтте. Өйгә инеү менән әсәһенең илаған йөҙөнән аңланы – өләсәһе! Йөрәге алҡымына килеп тығылдымы ни, шул тиклем итеп күкрәге сәнсте, хатта Илнара тын ала алмай торҙо. “Балам, йөрәге туҡтаған да ҡуйған өләсеңдең, эштән ҡайтһам, үткән ине инде”, – тип аңлатты әсәһе. Күрше-күлән, туғандары өләсенең йөрәге, улын юғалтыуға түҙмәгән инде, тип ҡайғырышты. Хәҙер инде Наилды баҡсаға Илнара алып бара, алып ҡайта башланы. Әсәһенең “ваҡыты юҡ, эше күп, бушамай, әхирәте килгән, әхирәтенә киткән” һәм башҡа сәбәптәре табылып ҡына торҙо. Йыш ҡына кистәрен дә ҡайтмағас, Илнара мал ҡарарға, һыйыр, һарыҡтарҙың аҫтын таҙалап, бесән-һалам һалырға, тауыҡ-ҡаҙҙарҙы мәлендә ашатырға өйрәнде. Мейескә ут тоҡандырырға, тамаҡ йүнәтергә оҫтарып алды. Әсәһе өйҙә саҡта Илнара менән Наилдан да бәхетле кеше юҡтыр: өй йылы, таҙа, тәмле ризыҡтарҙан өҫтәл һығыла, мал-тыуарҙы ла йүгереп йөрөп үҙе ҡарай... Тик бындай мәлдәр һирәгәйгәндән-һирәгәйә, әсәһенең эскелек упҡынына осоп барғанын бөтә йөрәге менән тоя ҡыҙсыҡ. Нисегерәк ярҙам итергә, кемдән кәңәш һорарға икән, тип баш ватты үҫмер. Иртәгәһен ҡустыһын етәкләп, йүгереп баҡсаға килеп ингәндә лә мейеһен ошо уйҙар теткеләй ине.