СӘХИФӘ ТУРАҺЫНДА...
СӘХИФӘ ТУРАҺЫНДА... Хәҙер өйҙән эҙләмәйҙәр, Әйтмәй кеше: "Утың юҡ!" Ҡайҙа юғалдың, ти улар Сәхифәңдә фотоң юҡ. Фото һалһаң. Йән үртәргә Таба кемдер сараһын, Донъя көтмәй, ирҙе ташлап, Ҡайҙа китеп бараһың? Ә һалмаһаң, ғауға ҡуба, Ҡайҙа йөрөнөң кисә? Сәхифәңә инеп һине Эҙләнем әллә нисә! Ниндәй кейем кейеп алдың, Кисә нимә ашаның? Ниҙәр ҡылдың, кемде күрҙең, Ниңә беҙҙе ташланың? Дуҫтар-туғандар ҙа түгел, Ят кешеләр йөҙәтә. Һинең тормош менән йәшәй, Һәр аҙымды күҙәтә. Кемдең ҡайҙа йөрөгәне Бик-бик ҡыҙыҡ былай ул... Аҡыл өйрәтә, тимәгеҙ, Мин үҙем дә шулай ул! (Зөлфиә Ханнанова)