💥Хөрмәтле тәрбиәселәр, мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре һәм
💥Хөрмәтле тәрбиәселәр, мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре һәм педагогик хеҙмәт ветерандары! 🌺Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ысын йөрəктəн ҡайнар ҡотлайбыҙ! Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ — үҫәсәк быуындарыбыҙҙың ныҡлы нигеҙе. Балаларға белем - тәрбиә биреү бик ҙур яуаплылыҡ талап итә. Һеҙҙең сабырлығығыҙ, тырышлығығыҙ һәм балаларға биргән күңел йылығыҙ оло хөрмәткә лайыҡ! Киләсәктә лә һеҙҙең хеҙмәтегеҙ һәр саҡ юғары баһаланһын, йөрәгегеҙҙәге яктылыҡ һәр бер балаға нур булып етһен. Һеҙгә һәм һеҙҙең яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, яуаплы эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ!