⚡️Бөгөн Өфөгә 15 БПЛА килгән
⚡️Бөгөн Өфөгә 15 БПЛА килгән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итеүенсә, бөгөн иртә менән Өфөгә пилотһыҙ аппараттар һөжүм итте. Кешеләр араһында зыян күргәндәр юҡ, ҡаланың төньяҡ өлөшөндәге торлаҡ йорттар янында торған бер нисә шәхси автомобиль емереклектәрҙән зыян күргән. 💥– Был юлы торлаҡ зонаға яҡынлаштыҡ, зыян күргән автомобилдәр бар, уларға ярсыҡтар тейҙе, — тине Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Шәрипов. Радий Хәбиров БПЛА һөжүме эҙемтәләрен тиҙ арала бөтөрөргә ҡушты, шулай уҡ Оборона министрлығы хеҙмәткәрҙәренә эше өсөн рәхмәт әйтте. 💯– Ғафури урамындағы йортто ремонтлауҙы тамамланыҡ, Затонды тамамланығыҙмы? Һеҙ быларҙың барыһын да тиҙ арала төҙөкләндерергә өйрәнергә тейешһегеҙ, — тине Радий Хәбиров Рөстәм Шәриповҡа мөрәжәғәт итеп. – Бөгөн 15 БПЛА-ны бәреп төшөрҙөләр. Беҙҙең Оборона министрлығына, предприятиеларҙы һаҡлау хеҙмәтенә рәхмәт әйтегеҙ — улар бик шәп эшләне. Боекомплекттарҙы тулыландырығыҙ һәм, шуға ярашлы, киләһе һөжүмдәргә әҙерләнегеҙ.