102 йәштә һайлауға💯🔥
102 йәштә һайлауға💯🔥 Байым ауылында йәшәүсе Мәрйәм Дәүләтша ҡыҙы Һитабуллинаға — 102 йәш! Оло тормош юлы үткән инәй райондың иң хөрмәтле һайлаусыһы булды.Ул ҡыҙы Лира менән бергә участкаға килеп, гражданлыҡ бурысын намыҫ менән үтәне. (Рәсми документтарҙа уның тыуған йылы 1924 тип яҙылһа ла, ысынбарлыҡта ул 1926 йылда донъяға килгән). Мәрйәм инәйҙе һайлау комиссияһы ағзалары оло хөрмәт күрһәтеп, бүләктәр менән ҡаршы алды. Ветерандың изге теләктәрен тыңлап, уға ныҡлы һаулыҡ теләнеләр. Афарин, Мәрйәм Дәүләтша ҡыҙы! Йөҙҙө үткәс тә шулай әүҙем булып ҡалығыҙ! Сығанаҡ: "Осҡон" гəзите #ВыбираемВместе #ЕДГ2026 #АлгаВсейСемьей2026 #БашкортостанВыбирай2026 #ГолосМедиаСообществ2026