"УҪАҠ ҡайырыһы тураһындағы мәғлүмәт бик күптәрҙе ҡыҙыҡһындырҙы! Меңдән ашыу кеше үҙ диу...
"УҪАҠ ҡайырыһы тураһындағы мәғлүмәт бик күптәрҙе ҡыҙыҡһындырҙы! Меңдән ашыу кеше үҙ диуарына күсереп алды! Мин алып ҡайтҡан уҫаҡ ҡайырыһын бер төн өйҙә тоттом, иртәгеһен иптәшем ҡайырыһын һыҙырып бирҙе, бик яҡшы ярҙамсым бар - электр киптергесем, шунда 30-40 градуста көнө буйы киптерҙем. Кофемолканан зырылдатып үткәреп алдым. Ит турағыс аша ла үткәрергә була.Йәшел төҫтә он порошок әҙер! Быны ҡоро банкаларға һалып ҡараңғы урында тотам! Әйҙәгеҙ, һеҙ ҙә эшләгеҙ! Иң ҡиммәтле шифа, дауа үҙебеҙҙә үҫә бит! Уҫаҡ ҡайырыһы бөтә вирустан дауалай", - ти Лира Яҡшыбаева һәм "ЙӘШЛЕК" гәзитенән алынған мәғлүмәтте ҡуя: " Уҫаҡ бик күп дауалау үҙенсәлегенә эйә. Ул эсәктәрҙәге барлыҡ зарарлы инфекцияны юҡҡа сығара һәм сәләмәт микромөхит өсөн бөтә шарттар тыуҙыра. Төнәтмәһе бауырҙы таҙарта. Ундағы бөтә паразит, бактерия һәм хатта вирус үлә. Артабан уҫаҡ ҡанға үтеп инеп, уның аша организмдағы бөтә инфекцияны бөтөрә. Билдәле булыуынса, бактериялар ҡан менән бөтә органға, шул иҫәптән, мейегә, күҙгә, йөрәккә үтеп инә һәм шунда оҙаҡҡа ҡалыуы ихтимал. Уҫаҡ уларҙы бөтә ерҙән дә юҡ итә. Паразиттар витаминдарҙы, аҡһымдарҙы һәм башҡа файҙалы матдәләрҙе ашай, үҙҙәренең ағыуын тура ҡанға ебәрә. Ошо токсиндар менән ағыуланған организм үҙен хәлһеҙ тоя. Йыш ҡына ошо паразиттар арҡаһында кешенең артыҡ кәүҙә ауырлығы барлыҡҡа килә. Уҫаҡ ҡайырыһы менән дауаланыу курсы үткәндән һуң, ул ябыға һәм үҙен яңынан тыуғандай хис итә башлай. Уҫаҡ төнәтмәһе менән дауаланғандан һуң ҡандағы холестерин менән шәкәр кимәле лә нормаға килә. 📍Бауыр. Тәжрибә күрһәтеүенсә, уҫаҡ төнәтмәһе менән өс аҙналыҡ дауаланыу курсынан һуң бауыр токсиндарҙан таҙарып, үҙ күләменә ҡайта һәм тулыһынса үҙенең функцияһын башҡара башлай. 📍Ҡан. Төнәтмә ҡанды шыйығайта, тромбтарҙы бөтөрә. Беҙҙең ҡанда һәр ваҡыт бәләкәй төйөрсәләр барлыҡҡа килә. Уларҙы аяҡтың ҡан тамырҙарында күрергә мөмкин. Уҫаҡ тиҙ арала ҡанды шыйығайтырға ярҙам итә, һөҙөмтәлә бәләкәй һәм ҙур ҡан төйөрсәләре юҡҡа сыға. 📍Йөрәк. Шифалы эсемлек йөрәккә лә ыңғай йоғонто яһай. Йөрәк мускулы артыҡ эске майҙан ҡотола һәм тулы көсөнә эшләй башлай. Әкренләп эргә-тирәһендәге шештәр ҙә кәмей. Һөҙөмтәлә атлап йөрөгәндә, баҫҡыстан күтәрелгәндә, физик эш эшләгәндә тын етмәүҙән яфаланған кеше тынының иркенәйеүен тоя. Кешеләр хатта йүгереп йөрөй башлай. 📍Яман шештәр. Төрлө шеш, яңы барлыҡҡа килгән төйөрҙәр уҫаҡ төнәтмәһе менән дауаланғандан һуң юҡҡа сыға. Атап әйткәндә, эсәктәге, үт ҡыуығындағы полиптар, бөйөрҙәге, ҡалҡан биҙендәге кисталар бөтә. Онкологияны дауалауҙа уҫаҡ айырым урын биләй. Уның йоғонтоһонда шештәр һиҙелерлек бәләкәсәйә йәки бөтөнләй юҡҡа сыға, ауырыуҙың хәле күпкә еңелләшә, ғүмере бер нисә йылға оҙоная. Был осраҡта уҫаҡтың төнәтмәһен эсәләр йәки ҡоро килеш ҡулланалар. 📍Быуындар. Уҫаҡ ҡайырыһы менән дауаланғанда быуындарҙағы ялҡынһыныу процесын бөтөрөп була. Тиҙ булмаһа ла, бер йыл дауамында, мәҫәлән, быуындарҙы тулыһынса сәләмәтләндерергә мөмкин. Бының өсөн уҫаҡ менән дауаланыуҙы дегәнәк, ҡылысъяпраҡ менән этҡолаҡ үләндәренең тамырҙары менән дауаланыу курстары менән аралаштырып алып барырға кәрәк. 📍Уҫаҡ бөтә органдарҙа ла ауырыу бактерияларҙы үлтерә, ялҡынһыныу үтә һәм улар тейешенсә эшләй башлай. Иң мөһиме, уҫаҡ ҡайырыһынан әҙерләнгән эсемлектең үҙенсәлекле, ысынлап мөғжизәле йоғонтоһо – ул вирустарға ҡаршы тороу көсө. Вирус бер нәмәнән дә ҡурҡмай, ә бына уҫаҡ төнәтмәһенән бөтә вирус та үлә. Киҙеү вирусымы, ауырлы ҡатындар өсөн айырыуса хәүефле цитомегаловирус булһынмы, А, В, С гепатиты вирусымы – барыһы ла уҫаҡтан әҙерләнгән дауа алдында көсһөҙ. Уларҙың кеше тәнендә күптән йәшәүенә ҡарамаҫтан, уҫаҡ ҡайырыһынан әҙерләнгән дауа барыһын да үлтерә. Тик ваҡыт ҡына кәрәк. Барыһы ла дауаланыу курсына бәйле. Дауаланыу курсы өс аҙна дауам итә. Шунан артырға тейеш түгел. Һуңынан ике аҙна ял булырға тейеш. Ялдан һуң тағы өс аҙна дауаланыу курсын дауам итергә. Мәҫәлән, кеше киҙеү вирусы менән зарарланды, ти. Температура күтәрелә, хәлһеҙлек, бөтә тәне һәм быуындары ауырта…