Перейти к содержимому
Максиметер

ДОШМАНДАРЫМ.

ДОШМАНДАРЫМ. Йәшәһендәр минең дошмандарым, Улар миңә һәр саҡ тоғролар. Улар һәр саҡ уяу, һәр саҡ һиҙгер, Гүйә, аңдып торған уғрылар. Нимә дуҫтар? Иҫтәренә мине Төшөрәлер онотҡанда бер. Ә дошмандар көнө-төнө иҫләй, Арттарымдан мине еҫкәй-еҫкәй, Эҙәрләйҙәр улар, эй, сабыр. Дуҫтар арыр, дошман арыу белмәҫ, Дуҫтар ҡаҡшар, дошман ҡаҡшамаҫ. Йәрҙәр һымаҡ, хыянат итмәҫ дошман, Дуҫтар ташлар, дошман ташламаҫ. Мин белмәгән, серҙәремде белә, Һаҡта тора, дошман ҡымшанмай. Күҙләй-күҙләй, күҙе салышланған, Һағыҙ урынына исемемде Сәйнәй-сәйнәй ауыҙы ҡыйшайған. Тоғролоҡҡа, дуҫтар, уяулыҡҡа, Өйрәнегеҙ әле дошмандан. Рауил БИКБАЙ.

40 просмотров

Канал в каталоге Максиметера

426 подписчиков · Новости

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.