Тыуған көн — һәр кешенең тормошонда иң яҡын, иң йылы байрам. Ә юбилей — айырыуса ҡәҙерл...
Тыуған көн — һәр кешенең тормошонда иң яҡын, иң йылы байрам. Ә юбилей — айырыуса ҡәҙерле дата. Был көндө туғандар, дуҫтар, хеҙмәттәштәр бергә йыйылып, тыуған көн эйәһен ихлас күңелдән ҡотлай. Бөгөн хөрмәтле Гөлшат Нуриәхмәт ҡыҙының матур юбилейы. Һеҙҙе 65 йәшлек матур юбилейығыҙ менән ҡайнар ҡотлайбыҙ һәм йөрәк түренән сыҡҡан барлыҡ матур теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Йөрәгегеҙҙә йән тыныслығы, күңел көрлөгө юғалмаһын, тормошҡа булған һөйөүгеҙ бер ҡасан да һүнмәһен, һүрелмәһен, яңынан-яңы шатлыҡ-ҡыуаныстар өҫтәлеп, һәр көнөгөҙ һөйөнөстәр менән тулып торһон. Һаулыҡтың ныҡлыһын, бәхеттең нурлыһын, ғүмерҙең оҙонон, көндәрҙең сыуағын, шатлыҡтарҙың мөлдөрәмә тулыһын теләйбеҙ. Бөтә ғүмерегеҙҙе балаларға биргән педагог булараҡ, ихласлығығыҙ яғымлылылығыҙ менән кешеләр күңелен яулағанһығыҙ. Һәр ваҡытта ла шулай шат, көләс йөҙлө, изге күңелле булып ҡалығыҙ. Тормоштоң иң йәмле сағы ул 65 йәш, алда әллә күпме бәхет, шатлыҡтар көтөп торһон!