КОНКУРСҠА💥💥💥
КОНКУРСҠА💥💥💥 💫“Быуындар бәйләнеше” конкурсында яңы ҡатнашыусы. Бөрйән районынан Рузалия Ҡаһарманова. Ул инәйе Йәнбирҙина Фәғилә Һиҙиәт ҡыҙы тураһында яҙмаһын ебәргән. Инәйҙең балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре бар. Оҙон ғүмер юлын үткән инәй хаҡында Рузалиә Ҡаһарманова түбәндәгеләрҙе бәйән итә: “Бөрйән районы Ҡотан ауылында йәшәүсе Йәнбирҙина Фәғилә Һиҙиэт ҡыҙына ошо көндәрҙә 93 йәш тула. Ысынлап та, инәйемә ҡараһаң, әле ул йәште бирерлек түгел. Аллаға шөкөр, үҙ зиһенендә, күҙе яҡшы күрә, үҙ аяғында йөрөй хатта "Таң" гәзитен дә күҙлекһеҙ уҡый... Бөгөнгө көндә бөткән ауыл иҫәбендә торған, Иҫке Тарыуал ауылы ҡыҙы ул инәйем. 1933 йылда йәйҙең матур көнөндә бар тәбиғәтте уятып, Тарыуал яланын яңғыратып, Һиҙиэт менән Мәхмүзәнең ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға ауаз һалған ул. Инәйемдең бала сағы тиҫтерҙәре менән бер рәттән, бер тигеҙ үтә. Дәһшәтле һуғыш башланғанда, һигеҙ йәшлек ҡыҙ бала була. Барыһын да иҫләп, хәтерләп һөйләй. Атайҙары һуғышҡа алына. Инде буй еткән ҡыҙ Ҡотан ауылы егете Йәнбирҙин Зәбир менән өйләнешеп ғүмер итәләр. Биш ҡыҙ балаға ғүмер бүләк итәләр. Зәбир бабайым пенсияға сыҡҡансы Шүлгәнташ ҡурсаулығында ҡортсо булып, ә инәйем уның ярҙамсыһы булып эшләй. Матур ғаилә - ил күрке, ауыл йәме, туғандарының йөҙө – был һүҙҙәр тап инәйем менән бабайыма ҡағылышлы. Өлгөлө ғаилә булып өлгөлө йортта йәшәне улар. Зәбир бабайым ҡул оҫтаһы булды, донъяларын сынъяһау итеп семәрләп, биҙәкләп, ауылдың йәме итеп эшләп ҡуйғайны. Баҡсаһы ла шәп булды уларҙың: емеш-еләк, ағастар ¬– үҙе бер урман хужалығын хасилландыра ине. Бал ҡорттары, иҫәпһеҙ-һанһыҙ ине. Мин бәләкәй саҡта, һанап бөтә алмаҫтай була торғайным.... Зәбир бабайым инәйемде яратып, хөрмәт итеп, матурлығын балҡып торған Айға, янып торған лампочкаға тиңләй ине: "Минең Фәғиләм, янып торған лампочка" тигән һүҙе, беҙҙең ауыл халҡының яратып ҡабул иткән һүҙенә әүрелде. Сибәрлеге өсөнмө, бабайым инәйемде ҡыҙғанды, Көрәй тауынан төшөп килгән ир-егеттәрҙе күрһә лә ҡыҙғана торғайны. (Ә беҙгә мәрәкә була торғайны: бала саҡта ла, үҫкәс тә). Яратыу хисе шундай булған инде, бабайымдың. Ауыр ауырыуға дусар булғас, бабайым беҙгә килде. Әсәйем менән икеһенең һөйләшеүҙәрен ишетергә тура килде... Кухняла яйлап ҡына сәй эсәләр ине. Бабайым: - Балдыҙ, мин китеп барһам, апайың икенсегә бармаһын, - тине. Әсәйем сағыу итеп көлөп ебәрҙе лә: - Еҙнәм, ҡайҙа бараһың? – тигәс, бабайымдың һүҙҙәре, ҡатыраҡ яңғырап китте: - Мине алыштырып, башҡаға сыҡһа, үҙем киләм, теге тарафтан. Ошо һүҙҙәрҙе әйтерһең апайыңа! Мин икенсе бүлмәлә тыңлап ултырған берҙән-бер шаһитмын. Улар минең барлыҡты һиҙмәнеләр ҙә, бабайым әсәйемә ҙур бурыс йөкмәтеп, һалмаҡ ҡына баҫып ҡайтырға сыҡты. Беҙ аҫтараҡ йәшәй инек, улар Көрәй тауының янында. Ҡарап ҡалдым бабайымды күҙ ҡараштарым менән оҙатып. 3-4 айҙан бабайымды баҡыйлыҡҡа оҙаттыҡ..... Әсәйем менән инәйем араһында, бабайым тураһында һөйләшеү булды микән - был минең өсөн сер булып ҡалды. Инәйем бабайыма тоғро ҡалды, матур итеп, балаларын ҡаршы алып, оҙатып, яңғыҙы төп йортта йәшәне. Мин дә ҡайтҡан һайын инәйемә бара торғайным, ул ваҡытта, 90-сы йылдарҙа, телефон юҡ. Инәйем матур итеп ноҡот һала, ә минең күпте белге килә. Әле генә кейәүгә сыҡҡан саҡ. “Инәй, һал әле ноҡот, килә микән кейәүең?” - тием. “Килә ята бит, нигеҙгә төшә. Бар сәйеңде ҡуй хәҙер килеп етә”, -тип мине ҡайтарып ебәрә ине. Ысынлап та, юрағаны юш килә торғайны инәйемдең. Инәйемде электән яратам, әле лә. Тупылдатып яратып алыуы үҙе бер дан минең өсөн. Яңғыҙ донъя көтөүе ауырлашҡас, ҡыҙҙарына барып йәшәргә риза булды. Аллаға шөкөр, инәйемде биш ҡыҙы алмашлап алып ҡайтып ҡына торалар, ҡәҙерле генә булып йәшәй.”Гөлнурымды, һағындымсы”, - тиһә, Күгәрсен районында йәшәгән апайымдар алып ҡайта. Өс ҡыҙы Күгәрсен районында йәшәй, һәр ҡайһыһы "һағындымсы" тигән һүҙҙе ишетеү менән алып ҡайта. Төп ауылда йәшәгән Миңзифа апайым менән бергә күберәк йәшәйҙәр. Күрше ауылда йәшәгән, Миңзәлә апайымдар ҙа ҡунаҡҡа алып ҡайтып тора. Әсә һүҙе 90 йәштә лә үҙ урынында тора. Балалары, туғандары