Башҡортостанда йондоҙҙар ямғыры көтөлә💥💥💥💥💥💥
Башҡортостанда йондоҙҙар ямғыры көтөлә💥💥💥💥💥💥 Башҡортостанда йәшәүселәр октябрь башында Драконидтың метеор ағымын күреү бәхетенә ирешәсәк. Ағымды 6 октябрҙән 10 октябргә тиклем күҙәтергә була, ә Драконидтың метеор ағымының иң әүҙем мәле 8 октябрҙән 9-ына ҡарай төндә буласаҡ. Метеорҙар Ер шары Джакобини-Циннер кометаһы киҫәктәренең ағымы араһынан үткәндә күренәсәк. Улар сағыштырмаса яйыраҡ хәрәкәт итәсәк (секундына 20 саҡрым) һәм һарғылт йәки ҡыҙғылт төҫтә буласаҡ. Быйыл күҙәтеү өсөн шарттар бигерәк тә яҡшы буласаҡ. Күктә яңы Ай ҡалҡыуы көтөлә һәм ул тик таңға ҡарай ғына күренәсәк. Шуға күрә метеорҙарҙы Ай нурҙары һүрәнәйтә алмаясаҡ. Өфө планетарийы хеҙмәткәрҙәре Драконидты ҡаланан ситтә күҙәтергә тәҡдим итә. Метеорҙар күк йөҙөнөң төрлө ерҙәрендә күренәсәк. Күҙәтеү өсөн иң яҡшы ваҡыт кис, төнгө ун икегә тиклем.