Ислам дине
Канал в MAX
Загружаем канал…
Мы используем файлы cookie для работы сайта и аналитики посещаемости. Подробнее в Политике обработки данных и Правилах.
Канал в MAX
«Фатиха», «Аятел-Көрси», «Фәләҡ», «Нәс» сүрәләрен уҡып йөрөйөк ✅Кешегә сихыр, зәхмәт һалыуҙы табиптар ҙа кире ҡаҡмай. Улар тәнде генә дауалай, эске донъяға үтеп инә алмайҙар, шуға ла көткән һөҙөмтә булмай. Инде табипҡа йөрөп-йөрөп тә кеше ауырыуға дауа таба алмаһа: табиптар «...беҙҙең сир түгел, әбейҙәргә барып ҡарағыҙ...» — тип үҙҙәре үк әйтә. ✅Унан халыҡ фәлән ерҙә шундай фәлән кеше бар тип, сихырсылар ҡулына эләгә. Сихыр өҫтөнән сихыр өҫтәп, ен-шайтан оялатып ҡәбер юлына илтәләр. Сихыр эйәһен һынап ҡарарға барған кешеләр әйтеүенсә: әгәр Ҡөръән сүрәләрен эстән уҡый башлаһаң сихырсы үҙ өйөндә ни эшләргә белмәй инеп-сығып, үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәй башлай тиҙәр. Сихырсылар бер ҡасанда Ҡөрьән китабын уҡып доға ҡылмайҙар, эргәләрендә Ҡөрьән Кәрим ятһа ла асып та ҡарамайҙар. Сөнки улар шай…
Читать целикомФото
Әссәләмү ғәләйкүм, ҡәҙерле дин ҡәрҙәштәрем! ✅«Мине иҫкә алығыҙ һәм Мин һеҙҙе иҫтә тотормын. Миңә рәхмәтле булығыҙ һәм ҡәҙерҙе белмәүселәрҙән булмағыҙ» («Әл-Бәҡара» сүрәһе, 152 аят). Яңы көнөбөҙ Аллаһы Тәғәлә ризалығында, ҡурсауында үтһен. Изге уй-ниәттәребеҙ, ҡылған доғаларыбыҙ ҡабул булһын ин шәә Аллаһ 🤲!
⚡️Сихыр-боҙом ҡуйылғанмы-юҡмы икәнен нисек белергә була? ✅ Уның айырым билдәләре бармы? Сихыр-боҙомдоң төп билдәләре – үҙеңдә элек булмаған үҙгәрештәрҙе һиҙеү. Мәҫәлән, хәлһеҙлек, күңел болғаныу, күңелдә ҡурҡыу хисе барлыҡҡа килеү, яңғыҙ ҡалырға яратыу, илағы килеү, ашау теләгенең юҡҡа сығыуы, ҡурҡыныс төштәр күреү, ябығыу. Шулай уҡ сәс ҡойола башлау, йәшәү теләгенең юҡҡа сығыуы, үҙ-үҙең ҡул һалырға теләү, ҡолаҡҡа ят тауыштарҙың ишетелеүе, артта кемдер йөрөгән кеүек тойолоу кеүек билдәләрҙе күҙәтергә мөмкин. Әгәр ҙә күстәнәс итеп бирелгән әйберҙән сихырланған тигән шик тыуһа, уны ашамаҫҡа кәрәк. Ул ризыҡтарҙы ҡоштарға, эттәргә һәм бесәйҙәргә бирергә була. Йорт тирәһендә шикле төйөнсөк табылып, күңелдә шик тыуһа, «Фәләк» һәм «Нәс» сүрәләрен уҡып, күмеп ҡуйырға йәки яндырырға, йә булмаһа б…
Читать целикомЯмғыр ергә бәрәкәт кенә алып килһен Пәйғәмбәребеҙ саллаллаһу ғәләйһиссәләм ямғыр яуған ваҡытта: “Эй, Раббым, был ямғырҙы хәйерлегә, шифаға, бәрәкәткә генә бир”, – тип доға ҡылыр булған. Бөгөн тышта ямғыр яуа. Беҙ ҙә изге уй-теләктә, уйҙа булып,Раббыҙҙан был ямғырҙың ергә бәрәкәт, һәр кемгә ике донъя бәхете биреүен һорайыҡ. Ямғыр мәлендә уҡыла торған доға: "Әллаһүммә иннии әс'әлүкә хайраһәә үә хайра мәә фииһәә үә хайра мәә үрсиләт биһи үә әғүүҙү бикә мин шәрраһәә үә шәрри мәә фииһәә үә шәрри мәә үрсиләт биһи." Мәғәнәһе: "Аллаһым, мин Һинән уның [ямғырҙың] хәйерлеһен һорайым. Ямғырҙа тик яҡшылыҡ һәм файҙа булһын ине. Һәм мин Үҙеңә уның насарлығынан һыйынам. Ямғыр килтергән бәләләрҙән, афәттәрҙән". Ин шәә Аллаһ 🤲.
Фото
«Фатиха» сүрәһен дөрөҫ уҡыуҙы ла ҡабатлап алығыҙ. Яйлап бөтә бәләкәй сүрәләрҙе ҡуйып бөтөрмөн ин шәә Аллаһ 🤲.
7. Һаулыҡ һорашыуҙың кәмеүе Пәйғәмбәребеҙ саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм әйткән: «Хисап Көнө етеүҙең билдәләре: билдәле бер кешеләр менән генә иҫәнләшеү (кешеләр таныштары менән генә иҫәнләшәсәк, йә булмаһа, бер төркөм кешеләр янынан үткәндә, уларҙың ҡайһы берҙәренә генә сәләм бирәсәк); сауҙаның киң ҡолас йәйеүе – ирҙәренә булышып, уның менән хатта ҡатын-ҡыҙҙар ҙа шөғөлләнәсәк, шулай уҡ туғанлыҡ ептәренең өҙөлөүе, ялған шаһитлыҡ, хәҡиҡәтте йәшереү, яҙыусыларҙың күбәйеүе (донъяуи фәндәр таралыуы сәбәпле, кешеләр дини йәһәттән наҙан һәм донъяуи фәндәрҙә ғалим буласаҡ)» (Әхмәт, 1/407, 419); «Бары тик таныштарҙы ғына сәләмләү Хисап көнө яҡынлашыуының бер билдәһе булып тора» (Әхмәт, 1/405).
6. Фани донъя милке артыуы Аллаһ Илсеһе саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм әйткән: ✔️«.. .Аллаһ менән ант итеп әйтәм, мин һеҙҙең фәҡир булыуығыҙҙан ҡурҡмайым, донъяның бөтә бәрәкәттәре һеҙгә ҡәҙәр йәшәгәндәр ҡулына инеп, улар үҙ-ара ярыша башлаған һәм һәләк булған кеүек, һеҙ ҙә үҙ-ара ярыша башларһығыҙ һәм һәләк булырһығыҙ, тип ҡурҡам!» (Бохари, 4015); ✔️«Хаҡтыр, минән һуң һеҙгә бүләк итеп биреләсәк фани донъя ялтырауыҡтарынан һәм матурлыҡтарынан ҡурҡам!» (Бохари, Зәкәт, 47; Йыһат, 37; Мөслим, Зәкәт, 121-123); ✔️«Һис шикһеҙ, был донъя татлы һәм матур күренә һәм, һис шикһеҙ, Аллаһ Тәғәлә, ғәмәлдәрегеҙгә ҡарау өсөн, һеҙҙе унда Үҙенең хәлифе итәсәк. Фани донъянан һаҡ булығыҙ һәм (дыуамал) ҡатын-ҡыҙҙан һаҡ булығыҙ!» (Мөслим, Зикр, 99). Ҡиәмәт алдынан матди байлыҡтарҙы даими күбәйтеү һәм туплау …
Читать целиком5. Ваҡыт ағышы тиҙләнеше Пәйғәмбәребеҙ саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм әйткән: «Ваҡыт тиҙләнмәй тороп, Хисап көнө етмәҫ. Йыл ай һымаҡ ҡына булыр, ай - аҙна һымаҡ ҡына, аҙна - көн һымаҡ, көн - сәғәт һымаҡ, ә сәғәт гөлтләп янып бөткән ҡоро пальма ботаҡтары мәле һымаҡ булыр» (Әхмәт 2/537, Тирмиҙи 2332, Ибн Хиббан 6842).