3. Фетнә һәм үлтерештәр таралыу — 4 октября 2026 г. в 04:56:41.912
3. Фетнә һәм үлтерештәр таралыу Бер заман Аллаһ илсеһе саллаллаһу ғаләйһи үә сәлләм әйтә: - Уҡыусылар күбәйгән һайын , әммә белеүселәр һаны әҙәйгән ваҡыттар етер. Һәм шул рәүешле ғилем кәмейәсәк, ә «хардж» (тәртипһеҙлек) артасаҡ. Сәхәбәләр һораған: - О Рәсүлуллаһ, ә «хардж» нимә ул? Ул әйткән: - Һеҙҙең бер-берегеҙҙе үлтереүегеҙ. Ә бынан һуң шундай заман етәсәк: кешеләр Ҡөрьән уҡыр, әммә уҡығаны ғәмәленә әйләнмәҫ». Шундай заман етер: монафиҡ, кәфер һәм мөшрик, иманлыларға оҡшатып, Аллаһ тураһында хәбәр һөйләр һәм бәхәс алып барыр (Хаким, 4/457, 504/8412, шулай уҡ Бохари, Ғилем, 24).