Намаҙ уҡыусы алдынан үтеүсе кеше тураһында
Намаҙ уҡыусы алдынан үтеүсе кеше тураһында Аллаһтың Илсеһе Мөхәммәд ғәләйһиссәлләм әйткән: « Әгәр намаҙ уҡыусы алдынан үтеүсе кеше үҙен ниндәй бәләләр көткәнен белгән булһа, ул уның намаҙ уҡып бөтөргәнен ҡырыҡ йыл баҫып көтөп торор ине». Был хәҙис намаҙ уҡыусы алдынан үтеүҙең гонаһы бик ҡурҡыныс булыуы тураһында һөйләй. Шуға күрә, уның алдынан үтеүҙән һаҡланһындар өсөн, ғибәҙәт ҡылыусының алдына бер билге (ултыртҡас ултыртырға була) ҡуйырға кәрәк. Әгәр уны йыраҡтан урап үтһә гонаһы юҡ. Рәсүлебеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәлләм әйткән: «Әгәр кем булһа ла намаҙ уҡыусы алдынан көсләшеп үтергә теләһә, уны этеп ебәрергә кәрәк, сөнки ул шайтан».