Динебеҙҙә - атай тураһында
Динебеҙҙә - атай тураһында Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт саллаллааһү ғәләйһи үәс-сәләм әйткән: «Һеҙҙең һәр берегеҙ көтөүсе һәм һәр береһе үҙенең көтөүе өсөн яуаплы. Имам – көтөүсе һәм үҙенең көтөүе өсөн яуаплы, ир-ат үҙенең ғаиләһе өсөн көтөүсе һәм ул үҙенең көтөүе өсөн яуаплы, ҡатын-ҡыҙ үҙенең иренең өйөндә көтөүсе һәм үҙенең көтөүе өсөн яуаплы, хеҙмәтсе үҙенең хужаһының малдары өсөн көтөүсе һәм ул үҙенең көтөүе өсөн яуаплы, һәм һеҙҙең һәр берегеҙ көтөүсе һәм үҙегеҙҙең көтөүегеҙ өсөн яуаплы». («Бохари», 844;«Мөслим», 7408) Был хәҙистән күренеүенсә, ир-ат – ғаиләһенә, йәғни ҡатынына, балаларына көтөүсе. Ҡатын-ҡыҙ иһә фәҡәт үҙенең иренең өйөндә көтөүсе. Кемдең кем өҫтөнән көтөүсе икәнен Аллаһы Тәғәлә билдәләй. Ҡатындың йә иһә ирҙең теләге менән генә вазифаларҙы алышыу хаҡлыҡҡа тура килмәй. Атай кеше үҙ ғаиләһен хәләл ризыҡ менән тьәмин итергә тейеш һәм шул ваҡытта балаларҙы тәрбиәләү мәсьәләһендә оноторға тейеш түгел. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт c.ғ.: «Атайҙың балаға ҡалдырған иң ҙур мираҫы – яҡшы тәрбиә», — тине. Атаның мөхәббәте әсәнекенә ҡарағанда ла баланың изге йәнле булыуына нығыраҡ тәьҫир итә икән. Ир бала атаһына оҡшап үҫергә ынтыла, ҡыҙ бала атаһына оҡшаған егеткә кейәүгә сығырға тырыша. Ысынлап та бер ниндәй байлыҡ та баланың холҡон кире ҡайтара алмайҙыр. Шуға күрә киләсәктә үҙегеҙ үҫтергән емештәрҙең иң татлыһын ашайһығыҙ килһә, балаларығыҙға дөрөҫ тәрбиә бирергә тырышығыҙ, тип әйтелә бит. Әлбиттә атай кеше донъяүи эштәр менән мәшғүл, ирҙәргә ғаиләне мәтди яҡтан тәьмин итеү бурысы йөкләтелгән бит. Шуға ла баланы тәрбиәләгәндә күп мәшәҡәттәр әсәйҙәр өҫтөнә төшә. Ләкин бала тәрбиәһендә атайҙар мөһим роль уйнарға тейеш. Ата наҙына малайҙар ҙа, ҡыҙҙар ҙа бер үк дәрәжәлә мохтаж. Атай мөхәббәтенә төрөнөп үҫкән балалар бәхетле һәм үҙ маҡсатына ирешеүсән булып үҫә. Атай кеше баланың үҙ баһаһын формалаштырырға ла ярҙам итә.