Йома көнө
Йома көнө Әбү Һөрәйрә һүҙҙәренән еткерәләр (уның менән Аллаһ ҡәнәғәт булһын): Аллаһ илсеһе былай тип әйткән: ✅ «Йома көндө кеше ғөсөл алһа, ә һуңынан мәсеткә намаҙ ҡылырға иртә юлланһа, ҡорбанға дөйә килтергәнгә тиң була, ✅ икенсе сәғәтендә (һуңыраҡ) намаҙ ҡылырға юлланғаны ҡорбанға һыйыр килтергәнгә тиң, ✅ өсөнсө сәғәттә юлланған ҡорбанға тәкәне килтергәнгә тиң булыр, ✅ дүртенсе сәғәттә юлланған ҡорбанға тауыҡты килтергәнгә тиң, ✅ ә 5-се сәғәттә юлға сыҡҡан —йомортҡаны ҡорбанға килтергәнгә, ✅ имам сыҡҡас (минбәргә күтәрелеп, хөтбә уҡый башлағас),фәрештәләр Аллаһты иҫкә төшөргән һүҙҙәрҙе тыңларға киләсәктәр» 📚Әл-Бохари хәҙистәрйыйынтығынан .