Һәр мосолман белергә тейешле һүҙҙәр!
Һәр мосолман белергә тейешле һүҙҙәр! 🔸 ӘЛХӘМДҮЛИЛЛӘҺ (الحمد لله) 🌿 Мәғәнәһе: « Бөтә маҡтауҙар Аллаһҡа булһын!» Был һүҙҙе Аллаһ Тәғәләгә биргән ниғмәттәре, һаулыҡ, ризыҡ, тыныслыҡ һәм башҡа яҡшылыҡтары өсөн шөкөр иткәндә әйтәбеҙ. 💚 Мәҫәлән: «Әлхәмдүлилләһ, барыһы ла яҡшы!» 🔸 БИСМИЛЛӘҺ (بسم الله) 🌿 Мәғәнәһе: «Аллаһ исеме менән». Тулыһынса: « Бисмилләһир-Рахмәнир-Рахим» — «Донъяла ла, ахирәттә лә мәрхәмәтле, рәхимле Аллаһ исеме менән». Ҡөрьәндәге күпселек сүрәләр ошо һүҙҙәр менән башлана. Ҡөрьән аяттарын уҡыр алдынан да ошо һүҙҙәрҙе әйтергә кәрәк . Ғөмүмән, һәр изге эшебеҙҙе, ашау-эсеүҙе һәм көндәлек ғәмәлдәребеҙҙе «Бисмилләһ» тип башларға тырышырға тейешбеҙ. Мәҫәлән: Ашар алдынан, эшкә тотонғанда йәки юлға сыҡҡанда. 🔸 ИН ШӘӘ АЛЛАҺ (إن شاء الله) 🌿 Мәғәнәһе: «Аллаһ Тәғәлә теләһә». Киләсәктә берәй эш башҡарырға ниәтләгәндә, нимәлер булыуын теләгәндә йәки өмөт иткәндә әйтелә. 💚 Мәҫәлән: «Ин шәә Аллаһ, иртәгә осрашырбыҙ!» 🔸 МӘШӘАЛЛАҺ (ما شاء الله) 🌿 Мәғәнәһе: « Аллаһ теләгәнсә», «Аллаһ шулай теләгән». Берәй матур, һоҡланғыс йәки ҡыуаныслы нәмә тураһында һөйләгәндә йәки маҡтау рәүешендә әйтелә. 🔸 СӨБХӘНАЛЛАҺ (سبحان الله) 🌿 Мәғәнәһе: « Аллаһ һәр төрлө кәмселектән пак!» Ғәҙәттә, иҫ киткес ваҡиға, осраҡ булғанда (яҡшы ла, яман да булырға мөмкин. 🌸 Ҡәҙерле дин ҡәрҙәштәрем, телдәребеҙ Аллаһты зекер итеүҙән туҡтамаһын, күңелдәребеҙ шөкөр һәм иман нуры менән тулһын! 🤲 Аллаһ Тәғәлә беҙҙе Үҙен йыш иҫкә алыусы, биргән ниғмәттәренә шөкөр итеүсе һәм һәр эшен Уның исеме менән башлаусы бәндәләренән итһен! Әмин! Ошо матур һүҙҙәрҙе көндәлек тормошобоҙҙа йышыраҡ ҡулланайыҡ һәм балаларыбыҙға ла өйрәтәйек!