Табылған ризығыбыҙ хәләл булһын
Табылған ризығыбыҙ хәләл булһын Мосолман ир өсөн үҙ ғаиләһен туйындырыу фарыз ғәмәл, үтәмә был ҙур гонаһ. Бөгөнгө көндә ҡайһы бер ирҙәребеҙ был ғәмәлде үтәйме? Ризыҡтың ниндәй юлдар менән килгәнен һәм хәләлеге тураһында уйлайҙармы? ✔️Ризыҡ тип, беҙ ашамлыҡты ла, аҡсаны ла һәм мал-мөлкәтте лә әйтәбеҙ. ✔️Беренсенән, мосолман үҙе, ҡатыны үә балалары өсөн өйөнә алып ҡайтҡан ризыҡ ниндәй юл менән табылғаны тураһында уйларға тейеш. Сөнки, Аллаһы Тәғәлә Ҡөръән Кәримдә әйтә: يَا أَيُّهَا الَّذِينَ آمَنُوا لَا تَأْكُلُوا أَمْوَالَكُم بَيْنَكُم بِالْبَاطِلِ إِلَّا أَن تَكُونَ تِجَارَةً عَن تَرَاضٍ مِّنكُمْ وَلَا تَقْتُلُوا أَنفُسَكُمْ إِنَّ اللَّهَ كَانَ بِكُمْ رَحِيمًا Йәә әййүһә-лләҙиинә әәмәнүү ләә тәькүлүү әмүәәләкүм бәйнәкүм билбәәтыили илләә әң тәкүүнә тиджәәратән ғәң тәраадыйм миңкүм үә ләә тәҡтүлүү әнфүсәкүм иннә-ллааһа кәәнә бикүм рахиимәә. Эй һеҙ, иманлы кешеләр! Бер-берегеҙҙен малын хаҡһыҙлыҡ менән ашамағыҙ, әгәр ул үҙ-ара килешкән сауҙа булмаһа. (Ниса, 29). Берәүҙе алдап йәки күҙ буяп, йә йәбер-золом ҡылған хәлдә бала-сағаны туйындырһағыҙ ахырын уйлағыҙ. Аят кәримәнең дауамында: «Үҙ-үҙегеҙҙе үлтермәгеҙ», тиелә. Хәҡиҡәтән, уйлап ҡараһаҡ, тормош тәжрибәһе асыҡтан-асыҡ шуны күрһәтеп тора, бына шундай хәрәм юлдар менән ғаиләне тәрбиәләгән кешеләр был донъяла уҡ язаһын алалар, тулыраҡ әйтһәк, хатта уларҙың балалары ла был донъя тормошонда үрҙәргә ынтыла алмай һәм бәхетле йәшәүҙәре лә икелле. ✔️Ашаған ризыҡтары хәләл юл менән табылмау арҡаһында бәлә-ҡаза, ҡайғылар был уҡ донъяла бирелеп тора.