Йома көнөндә саҙаҡа бирегеҙ
Йома көнөндә саҙаҡа бирегеҙ Ҡөрьәндә әйтелә: «Эй, иман килтергән кешеләр! Йома Аллаһты иҫкә алыу өсөн намаҙға ашығығыҙ! Сауҙа итеүҙе туҡтатып тороғоҙ» 📖 «Йома» сүрәһенән ⚡️Һәм саҙаҡа бирегеҙ, сөнки йома көнөндә бирелгән хәйер — Аллаһ Тәғәләнең ризалығына илтеүсе изге ғәмәл. ✨Саҙаҡа биреү мал-мөлкәтте ишәйтә, ризыҡты арттыра. ✨Саҙаҡа биреп, ауырыуҙарығыҙҙы дауалағыҙ, тиелә бер хәҙистә. Йәғни саҙаҡа ‒ сирҙән дауа. ✨Саҙаҡаға йомарт булыу ‒ иманлылыҡ билдәһе. Һеҙҙең изге теләктәрегеҙ, ниәттәрегеҙ, ғәмәлдәрегеҙ һәм әжер-саҙаҡаларығыҙ өсөн Аллаһ Тәғәлә мең-мең сауаптарға ирешетерһен, ике донъя бәхетен бүләк итһен🤲