Хәләл ит тураһында хата фекерҙәр
Хәләл ит тураһында хата фекерҙәр ✅Сусҡа ите түгел икән, хәләл, тип уйлай күптәр. Ысынында шәриғәт талабына тура килтереп салынмаған һәр бер малдың ите хәрәм була. ✅Һыйыр, һарыҡ йәки тауыҡ ите икән, тимәк, хәләл, тип уйлаусылар ҙа бар. Был да хаталы фекер. Һыйыр, үгеҙ, һарыҡ, ҡаҙ, өйрәк һәм башҡа мал, ҡош-ҡорт хәләл стандарттарына тура килтереп салынмаған булһа, уның да ите хәрәм була. ✅Әгәр ашар алдынан «бисмиллә» тип әйтһәң, ниндәй ҙә булһа ит хәләлгә әйләнә тип уйлау ҙа – хаталы фекер. Шәриғәт ҡанундары буйынса салынмаған булһа, уны ашар алдынан 100 тапҡыр «бисмиллә» тиһәң дә, у лит хәләлгә әйләнмәй, хәрәм була. ✅Ит ауылдан килтерелгән икән, тимәк, хәләл тиеү ҙә дөрөҫ түгел. Был осраҡта ла шул уҡ ҡағиҙә үҙ көсөндә ҡала: әгәр малды салған ваҡытта «Бисмилләһир рахмәнир рахим. Аллаһү әкбәр» тип әйтеп салынмаһа, ҡайҙа салынған булыуына ҡарамаҫтан (ауылдамы, ҡалаламы) уның ите мосолмандар өсөн хәрәм була. ✅Ит ризығы төргәгендә «Мусульманская», «Татарская» йәки башҡа шундай һүҙҙәр яҙылған булһа, был ризыҡ хәләл тип уйлаусылар бар. Уларҙың тышында «хәләл» эмблемаһы булғанда ғына хәләл була. ✅Мосолманға тартым исемдәр ризыҡты хәләлгә әйләндермәй, шуға ундай ит ризыҡтарын ашау мосолманға тыйыла.